Ғалим рухын рәнйетмәйек18.04.2018
Ағас – тамыры, әҙәм балаһы үҙенең яҡшы эштәре менән билдәле. Арҙаҡлы ғалим Дамир Вәлиевтең был донъянан китеүенә лә байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Уйлай китһәң, уйылып китерлек – ун алты йыл үтеп киткән. Ошо арауыҡта ғына күпме үҙгәреш булды, тотош өр-яңы быуын үҫеп сыҡты.
Дамир Жәүәт улы 1940 йылда Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Итбай ауылында донъяға килгән. Тәүҙә Силәбе энергомеханика техникумында белем ала, унан һуң Свердловск юридик институтына уҡырға инә. Егет Урал дәүләт университеты аспирантураһында белемен арттыра, уны тамамлағас та уҙе уҡыған уҡыу йортонда ҡалдыра ғалимдар.
1972 йылда Өфөгә күсенеп килә һәм Башҡорт дәүләт университетында эшләй башлай, башта дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы һәм теорияһы кафедраһы мөдире, артабан этика, эстетика һәм культурология, бер үк ваҡытта тарих факультетында декан вазифаһын да башҡара. Талантлы ғалим башҡорт халҡының рухи донъяһы һәм мәҙәниәте, этика һәм этноэтика, философия тарихы һәм Башҡортостандың йәмәғәт фекере, сәйәси-хоҡуҡи үҫеше, этнология, мифология һәм фольклор мәсьәләләрен тикшерә һәм был өлкәләрҙә ҙур уңыштарға өлгәшә. Д. Вәлиевтең аспиранттары күп ине, улар араһында философия фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина, талантлы тарихсы, этнография һәм фольклор белгесе Зәкирйән Әминев һәм башҡалар фәнгә тоғро хеҙмәт итә.
Дамир Жәүәт улы Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Уның ижади һәм фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре хаҡында күп һөйләргә мөмкин. Талантлы ғалим өс йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт яҙҙы, улар араһында “Моралдең килеп сығышы” (Һарытау, 1981), “Башҡорт халҡының әхлаҡи аңы тарихы” (История нравственного сознания башкирского народа, 1984), “Башҡорт халҡының әхлаҡи мәҙәниәте: үткәне һәм бөгөнгөһө” (1989), “Фәлсәфәүи һәм ижтимағи-сәйәси фекер тарихы”, “Милли суверенитет һәм милли яңырыу” (1994) һәм башҡалар тиҙ арала халыҡ ихтирамын яуланы.
Бик йәл, олуғ ғалимыбыҙ был донъянан иртә китеп барҙы, уның ҡәбере – Арғаяш районының Яңы Соболево ауылында. Ә бит 2002 йылдың 28 майында уға ни бары 62 йәш булған. Эшләргә лә эшләргә ине бит әле, эй, ғүмер! Дамир Жәүәт улының вафатынан һуң “Арғаяш башҡорттарының яҙмышы: тарихы һәм бөгөнгөһө” (2002), “Этика” (2004), “Хәҡиҡәткә юл” (“Путь к истине”, 2007) тигән йыйынтыҡтары донъя күрҙе, ләкин былар диңгеҙҙәге тамсы кеүек. Дамир Жәүәт улының тормошо һәм ғилми эшмәкәрлеге, киләсәк быуын өсөн үҙе тураһындағы иҫтәлектәр, иң мөһиме, бөтә фәнни мәҡәләләре тупланған айырым йыйынтыҡ баҫтырып сығарыу — күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә! Өфө урамдарының береһенә ғалимдың исемен биреү, йәш ғалимдар өсөн Д.Ж. Вәлиев исемендәге премия булдырыу, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйыу – төп бурыстарҙың береһе, изге эштәр ҡылһаҡ, халҡы өсөн һаулығын, ғүмерен йәлләмәйенсә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙенә һәм халҡына һәйкәл ҡуйырлыҡ китаптар яҙып ҡалдырған оло ғалимдың рухы рәнйемәҫ ине.
Берлектә – көс, тигәндәй, еңел булмаған был эштәрҙе ойоштороуҙа, әлбиттә, ғалимдың тоғро тормош юлдашы Миңлегөл Ғәли ҡыҙы ла үҙенең аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итер, тип өмөтләнәм. Дамир Жәүәт улы менән бергә эшләгән, уны белгән-аңлаған, аралашҡан ғалимдарыбыҙ, Башҡортостан Фәндәр академияһы хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хәбәрселәр, радио һәм телевидение журналистары, уҡытыусылар тәҡдимде күтәреп алыр, тормош ауырлығына һылтанып битараф ҡалмаҫ, тигән ышаныстамын.
Чех Республикаһы.