Сатириктың көлкөлө миҙгеле18.04.2018
Сатириктың көлкөлө миҙгелеБер ҡараһаң, Болгарияла, унан – Грецияла... Бер осрашҡанда: “Әле генә Швециянан ҡайттым”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша. Унан йәнә икенсе төбәккә йыйына. Башҡортостан, Рәсәй генә түгел, ана шулай барлыҡ донъя илдәре халҡын башҡорт юморы менән таныштыра, дауалай күренекле яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов. Апрель айы – уның өсөн иң ҡыҙыу эш мәле. Быйыл ул көлкө миҙгелен Зәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһында үҙенең етди һәм шаян ижад кисәһе менән башлап ебәрҙе.


Утыҙ йыл буйы республика­быҙҙың “Һәнәк” сатира һәм юмор журналына етәкселек иткән Марсель Шәйнур улының төрлө нәшриәттәрҙә башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, инглиз һәм болгар телдәрендә 40 китабы донъя күргән. Сатириктың ижад кисәһе уңайынан ойошторолған махсус күргәҙмәлә ошо баҫмалар урын алған. Күптән түгел Евразия ижад гильдияһы сиктәрендә уның ижадына арналған “Посол российского юмора” тигән мәғлүмәт- библиографик баҫма донъя күргәйне. Күргәҙмәлә уға төп урын бирелгән.
Сатириктың көлкөлө миҙгелеҮҙенсәлекле был китап Евразия ижад гильдияһы рәйесе Лаура Гамильтондың: “Башҡорт яҙыу­сыһы Марсель Сәлимовтың ижады хәҙер инглиз телендә уҡыу­сы­ларға ла таныш. Ул Европа үҙә­гендә йәшәгән дуҫтарса мөнә­сәбәтле, алсаҡ һәм киң күңелле башҡорт халҡының тормошо һәм мәҙәниәте менән таныштыра”, – тигән һүҙҙәре менән асыла. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевтың: “Баш­ҡорт һүҙ сәнғәтендә юмор һәм сатира боронғо көләмәстәрҙән, Ерәнсә сәсәндән башлана. Марсель Сәлимов ошо традицияны оҫта дауам итеп кенә ҡалманы, ә халыҡ-ара кимәлгә күтәрҙе. Башҡа илдәрҙә, халыҡтарҙа башҡорт юморы уның ижады аша билдәле. Мин уны ысын мәғәнәһендә “юмор илсеһе” тип атар инем”, – тигән һүҙҙәре менән тамамлана.
Китап тышлығындағы һүрәтте Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Альберт Ҡоҙаяров эшләгән. Ул, һүҙ алып, юмористың акварель менән яҙылған ошо портреты тиҙҙән халыҡ-ара күргәҙмәгә ҡуйыласағын белдерҙе.
Ижад кисәһендә Мар. Сәлим үҙенең үткән йыл аҙағында Лондонда сыҡҡан “Бығаса бер кем дә яҙмаған китап” тураһында ла һөйләне. Уның исем туйы Бөйөк Британия һәм Швецияның баш ҡалаларында булғайны. Сатирик Стокгольмда үткәрелгән “Асыҡ Евразия” халыҡ-ара әҙәби фестивалендәге ваҡиғаларҙы ҡыҙыҡ итеп иҫкә алды:
– Көнбайышта йәшәүселәр шул тиклем наҙан, – тине ул, шаян йыл­майып, – ни башҡортса, ни урыҫ­са аңламайҙар. Ә мин үҙем инглиз телен, улар башҡорт телен нисек белһә, шул кимәлдә шәп беләм! Шуныһы шатлыҡлы, Бөйөк Британия сәйәсмәндәренән айырмалы, инглиз яҙыусы­лары һәм шағирҙары беҙгә шаҡтай яҡшы мөнәсәбәттә. Улар менән бик тиҙ уртаҡ тел таптым. Евра­зияның “йөрәге” Башҡортос­тандың ниндәй ил, башҡорт­тар­ҙың ниндәй халыҡ икәнен аңлат­тым. Беҙҙең тыуған төйәгебеҙ Урал тауҙары Европа менән Азияны айырып түгел, ҡушып тора, тинем.
Марсель Сәлимов ижади сә­фәр­ҙәре хаҡында ғына һөйләп ҡалманы, үҙенең яңы юмористик шиғырҙарын да уҡыны. Кисәлә ҡат­нашҡан М. Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары шулай уҡ уның шаян шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Йәштәр менән һөйләшкәндә мөхәббәт лирикаһы хаҡында һүҙ сыҡҡас, юморист үҙенең йәш саҡта яҙған шиғырҙарын иҫенә төшөрөп алды. Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек Ҡазанда уның түш кеҫәһенә һыймалы “Мөхәббәтле ҡәләм” тигән китабы башҡорт, татар һәм урыҫ телдәрендә нәшер ителгәйне.
– Был китапта студент йылдарында яҙған шиғырҙарым да бар, – тине ул. – Уларҙың ҡайһы берҙәре инде йырға ла әйләнде. Мөхәббәт китабы йәштәргә генә түгел, ҡарттарға ла оҡшаны шикелле. Күптәрҙән маҡтау һүҙҙәре ишеттем. Өфөнөң “Белем” магазинында эшләгән Фәриҙә ханым ғына хупламаны. “Һинең был бәләкәй китабың ҙур бәлә булды беҙгә, нисек урлағандарын күрмәй ҙә ҡалабыҙ”, – тип үпкә белдерҙе. “Кем урлай, ҡыҙҙармы ни?” – тип һорағайным: “Ҡыҙҙар түгел шул, әбейҙәр!” – тине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Мөхәббәтле ҡәләм” үҙемдә лә юҡ хәҙер...
Шул саҡ тамашасылар араһынан бер ханым тороп баҫты.
– Миндә берәү түгел, икәү бар, – тине ул. Баҡтиһәң, Өфө профессиональ ауырыуҙар институтында шәфҡәт туташы булып эшләгән Зөлфә ханым электән үк Марсель Сәлимов ижадына ғашиҡ икән, шуға был китапты ла ике дана алып ҡуйған.
– Ауырыуҙарҙы дарыу менән генә түгел, сатира һәм юмор, мөхәббәт шиғырҙары менән дә дауалайым, – тине ул. Һәм зал­дағыларға юмористың ике шиғы­рын уҡып ишеттерҙе, ә китаптың берәүһен авторҙың үҙенә бүләк итте.
Йәнле аралашыу, һөйкөмлө һөйләшеүҙәр менән үрелеп барған көлкө байрамында етди һүҙҙәр ҙә яңғыраны. Нефтсе, ғалим һәм журналист Энгель Зәйнетдинов Башҡортостан нефтселәренә арналған яңы китабы тураһында һөйләне. Кисәлә шулай уҡ Башҡортостан журналистар союзының яуаплы секретары Фәнил Ҡоҙаҡаев, журналистика ветераны, Ш. Хоҙайбирҙин исе­мендәге премия лауреаты Фәрит Вахитов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, шағир һәм журналист Марат Ямалов, БДУ профессоры Марат Абдуллин, хеҙмәт ветераны Фәнис Фазлыев, Милли китапхана хеҙ­мәткәре Эльвира Йәнекәева һәм башҡалар сығыш яһаны.
Шуныһы күңелле, 1 апрелдә башланған көлкө байрамдары ай буйы дауам итә. Иртәгәһенә Марсель Сәлимов “Белем” йәмғиә­тендә Өфө ҡалаһы ветерандары менән осрашты. Сатириктың кәм­се­лектәрҙән әсе көлгән әҫәрҙәре өлкән быуын вәкилдәренең күңе­ленә бигерәк тә хуш килде. Был кисәлә композитор Артур Була­товтың Мар. Сәлим шиғырҙарына яҙған яңы йырҙары ла яңғыраны. Рәсәй “Белем” йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Сергей Ширинкин: “Һеҙ йыл да ошо ваҡытта беҙгә килеп кәйеф­тәребеҙҙе күтәреп китәһегеҙ, рәхмәт һеҙгә!” – тип яҙыусыға йәмғиәттең символы “Аҡыллы өкө”нө бүләк итте.
Әйткәндәй, Марсель ағайҙы бүләктәр бик ярата. Эйе, эйе, тап шулай: ул бүләктәрҙе түгел, бүләктәр уны ярата! Һуң, шулай тип әйтмәй, нимә тиһең инде? Ижади уңыштары өсөн уға төрлө илдәрҙә бирелгән премия, диплом, грамота, орден-миҙалдарҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Йыл башында ул Мәскәүҙә сыҡҡан “Президент бесәйе” исемле китабы өсөн Канадала Эрнест Хемингуэй исемендәге халыҡ-ара әҙәби премияға лайыҡ булғайны. Әле бына апрель айында очерктар шәлкеме менән Рәсәй Журналис­тар союзының 100 йыллығына арналған ижади бәйгелә еңеп сыҡты. Был ярышты ойошторған Тыва Республикаһының Журналистар союзы башҡорт яҙыусы­һын “Агальматолит ҡәләм” менән бүләкләргә ҡарар итте. Ә бит Мар. Сәлим ағайыбыҙҙы бынан алда “Рәсәйҙең алтын ҡәләме” менән дә, “Рустың көмөш ҡәләме” менән дә наградлағайнылар. Зиннәтле минераль таштан яһалған ҡәләме генә юҡ ине!
Тынғыһыҙ сатирик һәр саҡ хә­рә­кәттә, әле бер, әле икенсе осра­шыуға, форумға, фестивалгә йүге­рә, саба, оса... Ул гелән кешеләр араһында. Сара артынан – сара, кисә артынан – кисә... 20 апрелдә Марсель Сәлимов юмор һәм сатира яратҡан дуҫтары менән Өфө ҡалаһының үҙәк китапханаһында үтәсәк “Библиотөн”дә күрешергә ниәтләй. Сатириктың көлкө миҙгеле дауам итә...


Вернуться назад