Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2011 йылдың 21 сентябрендә “Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Законға ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала йәки инвалид сабый тәрбиәләгән граждандарға йорт төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер биреү ҡаралған. Закон былтыр 10 октябрҙә көсөнә инһә лә, муниципалитеттарҙа уны тормошҡа ашырыу тәртибе эшләнмәү сәбәпле, ҡайһы бер район- ҡалаларҙа бындай ғаиләләр үҙ хоҡуғынан файҙалана алманы.
Өфө ҡала Советының 29 марттағы ҡарары менән үрҙәге категорияға ҡараған граждандарға ер биреү тәртибе раҫланды. Хакимиәттең Ер ресурстары буйынса идаралығында уҙған матбуғат конференцияһында урындағы үҙидара органдары вәкилдәре ошо мәсьәлә буйынса өҫтәмә аңлатма, белешмә бирҙе, асыҡлыҡ индерҙе. Сарала ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ринат Сәғитов, идаралыҡ етәксеһе Салауат Хөсәйенов һәм башҡалар ҡатнашты.
Хакимиәттә теркәлгән тәүге ғаиләләр быйыл июндә бушлай ер участкаһы аласаҡ. Ринат Шәйхимансур улы ошо хаҡта хәбәр итте. Торлаҡты иҫәпкә ҡуйыу һәм бүлеү бүлеге етәксеһе Зилә Мөхәмәтованың мәғлүмәте буйынса, бөгөнгә ике мең ғариза бирелгән. Уларҙың ҙур өлөшө — күп балалы ғаиләләрҙән. Ғаризаларҙы, кәрәкле документтарҙы махсус булдырылған сектор хеҙмәткәрҙәре 10 көн эсендә ҡарап, торлаҡ комиссияһына тапшырасаҡ. Законға ярашлы, ғаиләнең килеменә, мөлкәтенә ҡарамайҙар, күп балалы йәки инвалид сабый тәрбиәләгән һәр ғаилә бер тапҡыр бушлай ер алыу хоҡуғына эйә. Шәхси йорт төҙөүгә (тик ошо маҡсатта файҙаланылырға тейеш) бүленәсәк участканың майҙаны алты сутыйҙан кәм булмаясаҡ, тип белдерҙе идаралыҡ етәксеһе.
Хәҙерге көндә участкаларҙың урынын билдәләү буйынса эш бара. Хәбәр итеүҙәренсә, ҡаланың төрлө районынан тыш, Өфө районы биләмәһе лә булыуы мөмкин.
Ер мираҫҡа ҡалдырыламы, кемдең исеменә теркәләсәк, ситтән килгәндәргә биреләме, кем сиратты күҙәтәсәк, ҡайһы ваҡытҡа бала бәлиғ булмаҫҡа тейеш, электрон хеҙмәттәр күрһәтеләсәкме? Журналистар ошоноң кеүек һорауҙарға яуап алды. Шуныһы аныҡ: Өфөлә теркәлгән граждандар ғына иҫәпкә ҡуйыласаҡ. Ә ер биргән саҡта бала бәлиғ булмаҫҡа тейеш. Ғөмүмән, һәр ғариза айырым һәм ентекле ҡараласаҡ. Документтар менән мутлашыу осрағы асыҡланһа, ғаризаны кире ҡағасаҡтар.
Ф. Ҡылысбаев