Шулай ҙа була...26.04.2012
АҠШ-тың Джорджия штатында алты йәшлек ҡыҙҙы ҡулға алғандар һәм, ҡулына бығау кейҙереп, полиция участкаһына алып киткәндәр.
Эш шунда: Салисия Джонсон мәктәптә мәхшәр ҡуптарған. Ул иҙәнгә китап менән уйынсыҡтарҙы ташлаған, обойҙарҙы йыртҡан, компьютер техникаһын тапаған, шкафтарҙы ауҙарған. Тыйырға тырышҡандарға ҡаршылыҡ күрһәткән, хатта мәктәп директорын яралаған. Аптырағас, полицияға шылтыратырға мәжбүр булғандар.
Америка закондары буйынса, бөтәһе лә ҡануниәткә ярашлы башҡарылған. Әгәр ҙә уҡытыусылар ҡыҙға ҡағылһа, физик көс ҡулланған өсөн уларҙы ҡыҙҙың ата-әсәһе яуапҡа тарттырыр ине. Полицейскийҙар иһә хоҡуҡ боҙоусыларҙы мотлаҡ бығауларға тейеш – бында йәш сикләүе юҡ.