Малың тамғалымы?17.04.2018

Малың тамғалымы?Тап ошондай һорауҙы быйылдан башлап һәр мал хужаһына бирергә мөмкиндәр. Үткән йыл Туймазы һәм Бүздәк райондарында таралған бешмә сире күптәрҙе оло хафаға һалды. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигәндәй, Ауыл хужалығы министрлығының махсус бойороғо буйынса шәхси ихаталарҙағы малдарҙы идентификациялау бурысы ҡуйылды. Хәҙер һәр хужалыҡтағы атҡа, һыйырға, кәзә-һарыҡ һәм башҡа йорт хайуандарына махсус биркалар ҡуйыла. Уларҙы һәр кем үҙе һатып алырға тейеш, хаҡы — 20 һум.

Ҡолсора ауыл биләмәһендә был эш йылдам бара. Биләмәгә ҡараған ауылдарҙың ветеринария хеҙмәткәрҙәре бергәләшеп көн һайын йорттар буйлап йөрөй. Әле Фазылйән Ҡолмөхәмәтов, Рәсих Мостафин һәм Ғирфан Нурасовтар малдарын тамғалатырға риза булған хужаларҙың теләге буйынса биркалар ҡуя, апрелдән иһә был һәр кем өсөн мотлаҡ буласаҡ.
— Малдарҙы тамғалау кәрәк, — ти Фазылйән Ҡолмөхәмәтов. — Беренсенән, был уларҙың хужаһын асыҡлауҙа ярҙам итһә, икенсенән, ауылда көтөүҙе урынлаштырыу, малдарға прививка эшләү буйынса эш еңеләйә. Белеүегеҙсә, ауыл хужалығындағы малды хәреф һәм һандар ярҙамында идентификациялау ярҙамында беҙ мәғлүмәттәрҙе Берҙәм федераль реестрға индерә алабыҙ. Икенсенән, мал юғала йәки юлда тапала ҡалһа, уның эйәһен табыу еңелләшә. Тик ауыл халҡы был яңылыҡты һаман булһа ауыр ҡабул итә, күптәр малдарын тамғалатыуға ҡаршы, кемеһелер аҡса юҡлыҡҡа һылтана, бәғзеләре “беҙгә кәрәкмәй” тип кенә ебәрә. Әммә ҡанун барыһы өсөн дә тиң, беҙ ошо эште мотлаҡ атҡарып сығырға тейешбеҙ.
Урман төбәгендә йәшәгән кешеләрҙең малына бирка ҡуйыуҙың үҙ мәшәҡәте бар, сөнки мал ҡуйы урманда йөрөгәндә йыш ҡына ҡолағына ҡуйылған бирка йыртылып сыға йәки ағас ботағына эләгеп төшөп ҡалыусан. Шуға күрә хужалары, йылына бер нисә тапҡыр тамға һалыу байтаҡ сығым килтерә, тип борсола. Нисек кенә булмаһын, мал тамғалы булырға һәм һәр кем үҙ малы өсөн үҙе яуап бирергә тейеш.


Вернуться назад