Мәктәпкә барғандарға26.04.2012
Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы беренсе класҡа ҡабул итеүҙең яңы ҡағиҙәләрен ҡабул итте.
Ул ике этапта үтәсәк, белем биреү учреждениеһына яҡын йәшәгән балаларға уға эләгеү өҫтөнлөгө биреләсәк.
Быға тиклем ата-әсәләр 1 апрелдән ғариза яҙа алһа, хәҙер мәктәп микрорайонында йәшәүселәр 1 марттан 31 июлгә тиклем был мәсьәләне хәл итеү мөмкинлегенә эйә, башҡа теләүселәрҙеке 1 августан 5 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Беренсе класҡа килеүселәр өсөн имтихан булманы һәм булмаясаҡ, әммә ҡайһы бер фәндәрҙе төплө өйрәткән, махсус йүнәлешле мәктәптәр балаларҙы һайлап алыу хоҡуғына эйә.


Вернуться назад