Мөхәббәтле ғаилә17.04.2018
Мөхәббәтле ғаиләҮрге Иҙрис ауылында йәшәгән Гөлфиә менән Илсур Йосоповтар — ауылда төпләнеп, матур донъя ҡорған йәш ғаиләләрҙең береһе. Тормоштарын йәмләгән сәскәләй матур өс ҡыҙға ғүмер биргән улар. Илзидә, Юлиә һәм Азалия ата-әсә наҙына ҡойоноп, бәхетле бала саҡтарының матур мәлен кисерә.

Ошо ауылда тыуып үҫкән Илсур Йосопов мәктәпте тамамлағас, тиҫтерҙәре кеүек бәхетте ситтән эҙләмәй, тыуған ерендә ҡалыуҙы хуп күрә. Һәр йәй һайын өләсәһе йәшәгән Бөрйән районы Байғаҙы ауылына барып бесән, утын әҙерләй. Тап ошонда осрата ла инде үҙенең буласаҡ тормош иптәшен. Байназар ауылы ҡыҙы Гөлфиә Байғаҙы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Йәштәр бер-береһен күреп, дуҫлашып йөрөгәндән һуң 2007 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Атай нигеҙендәге йортто үҙҙәренсә яңыртып, ремонт яһап, бынамын тигән итеп ултыртып та ҡуялар. Илсурға күрше Темәс ауылына йөрөп, ғаиләһен ҡарарға тура килһә лә, бошонмай ул. Киреһенсә, үҙ ерендә үҙ йортонда йәшәгәненә ҡыуана.
— Ауылда эш юҡ, тип ятып булмай. Күптәр кеүек Себер тарафтарына китергә мөмкин, әммә мин ғаиләм менән бергә булыу яғындамын. Теләһәң, ауылда ла шул аҡсаны табырға мөмкин. Иң мөһиме — балалар эргәлә, кәләш янда, — тип йылмая ул.
Уның һүҙҙәрен ҡатыны Гөлфиә лә хуп­лай: “Бер-береңдән һыуынып, ғаилә усағы ана һүнә, бына тоҡана, тип ултырғансы, бергәләшеп донъя көтөү күпкә яҡшыраҡ та, бәхетлерәк тә”, — ти ул.
Атайҙары эштән ҡайтыуға ҡыҙҙары менән тәмле аштар, ҡамыр ризыҡтары бешереп ҡуялар. Кәртә тулы мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Йәй көндәре бергәләшеп тәбиғәт ҡосағында ял итергә, еләк йыйырға сығалар, ҡышын саңғыла, санала шыуалар. Ҡасандыр үҙҙәрен таныштырып ҡауыштырған Бөрйән яҡтарына сәйәхәт итергә ярата улар. Йәмле Шүлгәнташ мәмерйәһендә булырға ла, Ағиҙелдә һыу инергә лә ваҡыт таба Йосоповтар.
Нур балҡыған йорттарына кергәс тә, йәштәргә ҡарап, күңелемдән генә “мөхәббәтле ғаилә” тип уйлап ҡуйғайным, улар менән аралашҡандан һуң уйҙарымдың дөрөҫлөгөнә инандым. Ҡыҙҙарына шул тиклем наҙ һәм һөйөү менән баҡҡан атай ҡарашы, әсәйҙең бәхет тулы күҙҙәре, йәштәрҙең бер-береһенә ҡарата ихтирам, хөрмәт, йөрәк йылыһын күрмәү, тоймау мөмкин түгел ине. Йәштәрҙең ауылда төпләнеүе, уларҙың матур донъя көтөүе, балалар үҫтереүе, үҙҙәренең тырышлыҡтары һәм дәрте менән юҡты бар итеүгә ынтылыуҙары хуплауға һәм маҡтауға лайыҡ. Йосоповтар кеүектәр һәр ауылда булһын, йәштәр тыуған төйәгендә күберәк ҡалһын ине.


Вернуться назад