Үрге Иҙрис ауылы ҡыҙы Миңзәлә Әүәлбаеваның китапханасы һөнәрен һайлауы осраҡлы килеп сыға. Тормош иптәше Әмин ауылына мәктәп директоры итеп тәғәйенләнгәс, ошоға тиклем башҡа өлкәлә хеҙмәт иткән ханым мәктәптә китапханасы булып эшләй башлай. Тәүге көндәрҙән үк “китап донъяһы” уны үҙенә ғашиҡ итә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазиналы бер утрауға әйләнә. Китап уҡыусылар менән бергә үҙе лә башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәте менән яҡындан таныша. Артабан уны ауыл китапханаһына эшкә тәғәйенләйҙәр. Бында ла ул һынатмай: халыҡ менән әҙәби осрашыуҙар, китап һөйөүселәр конференцияһы үткәрә, һәр саҡ яңы сыҡҡан әҙәбиәт менән таныштыра бара.Үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән, китап уҡыусыларҙың яҡын дуҫына әйләнгән Миңзәлә Рәсүл ҡыҙы 2011 йылда Темәс модель китапханаһы мөдире булып тәғәйенләнә. Республиканың тәүге баш ҡалаһы Темәстә, тап шул шанлы һәм данлы йылдарҙың шаһиты булған бинала урынлашҡан китапханала эшләү уның өсөн үтә яуаплы бурыс тойола. Ниндәйҙер яңы бер ынтылыш, эске рухи күтәрелеш менән килә бында: Интернет заманында китаптың баһаһын күтәреү юлдарын эҙләй, уҡыусыларҙы йәлеп итеү маҡсатында даими саралар үткәрә, халыҡ менән әүҙем эш алып бара. Китапхана ҡарамағында “Атайсал”, “Ағинәй” клубтары, ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн “Игебай мәктәбе” асыла. Китапханасы Миңзифа Низамова менән һәр эште бергәләшеп атҡара, бер-береһенә терәк булып һәм ярҙам итеп, үҙ-ара аңлашып эшләйҙәр.
— Күптәр китапханасы һөнәрен күңелһеҙ тип уйлай һәм тәрән яңылыша. Бында эшләгән кеше төрлө яҡлап тәрән белемле, аҡыллы булырға, донъя хәлдәре менән танышып барырға, һәр яңы сыҡҡан әҫәрҙе, уны яҙыусы хаҡында белергә, гәзит-журналдарҙы даими уҡырға тейеш. Ҡайһы саҡта үҙебеҙҙе “тере энциклопедия” тип тә күреп кителә, сөнки кеше нимәнелер һораһа, уға шунда уҡ дөрөҫ яуап бирергә, аңлатырға тейешбеҙ. Эшемде яратам, халыҡ менән аралашыу оҡшай, — ти тәжрибәле китапханасы.
Мәҙәниәт хеҙмәткәре булараҡ, Миңзәлә Рәсүл ҡыҙы ауылда үткән төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Яҙыусылар менән осрашыу булһынмы, китаптың исем туйы, хәтер һәм ҡәҙер кисәләре, шиғриәт байрамдарымы — барыһы ла уның тырышлығы менән үтә. Районда үткәрелгән “Иң яҡшы китапхана” бәйгеләрендә бер нисә йыл рәттән призлы урындар яулай, 2016 йылда райондың ”Йыл китапханасыһы” исеменә лайыҡ була.
Тормошонан да уңған Миңзәлә Әүәлбаева. Ире Марат Юлай улы менән өс балаға ғүмер биргәндәр. Бөгөн уларҙың өс ейәне — бәхетле өләсәй менән олатайҙың ҙур ҡыуанысы. Утыҙ йылдан ашыу мәктәп директоры булып эшләгән хәләл ефетенең уң ҡанаты, ышаныслы терәге лә Миңзәлә апай.