Йөҙөң матурайһын тиһәң...17.04.2018

Йөҙөң матурайһын тиһәң...Оҙайлы ҡыштан һуң витаминдарға бай ризыҡтар ашау тышҡы ҡиәфәтте лә, организмдың эске халәтен дә үҙгәртә. Йөҙгә алһыу төҫ йүгерә, сәстәр, тештәр, тырнаҡтар нығына.

Майлы балыҡ, бауыр, аҡ май, йәшелсә, һөт аҙыҡтары, әфлисун, гөлйемеш, йомортҡа, ҡарабойҙай һәм һоло бутҡалары ашарға кәңәш ителә.
Океан аръяғынан килгән емештәр генә тимәгән, көн дә үҙ баҡсағыҙҙа үҫкән ябай кишер ашап ҡуйыу ҙа бик тиҙ ыңғай һөҙөмтә бирә. Тәҙрә төбөндә йәшел һуған үҫтерергә мөмкин.
Витаминдар хазинаһы – шытҡан бойҙай. Ярты стакан ярманы йыуып, тәрилкәгә һалып, өҫтөнә сылатылған марля ябып, йылы урынға ултыртырға. Ике тәүлектән үҫентеләр шыта. Был бойҙайҙы ашар алдынан сайҡап алырға кәрәк. Ул үҙе тәмле түгел, шуға ла салатҡа ҡушырға була.
Ә “Сибәрлек” салатын әҙерләү өсөн өс аш ҡалағы һөт һалып, бойҙайҙы бүрттерергә ҡуялар. Шунан уға бер алма ҡырып һалып, берәр аш ҡалағы бал һәм ваҡланған грек сәтләүеге өҫтәйҙәр. Һәр иртә бер-өс аҙна ашағас, бит тиреһе нәфисләнә. Кәүҙә лә йыйнаҡлана, сөнки был салат ашағы килеү теләген баҫа.
Аҙнаға бер тапҡыр иртән сафландырғыс шыйыҡса эсергә тырышығыҙ. Бер аш ҡалағы әсеткене бер стакан ҡайнаған йылымыс һыуҙа иретеп, бер сәғәт тотҡас, эсеп ҡуйырға. Тәмле түгел, әммә, уның ҡарауы, оҙаҡламай бит тиреһе шымара, дөйөм хәл яҡшыра.


Вернуться назад