Ағыуланып ҡуймағыҙ!17.04.2018

Ағыуланып ҡуймағыҙ!Хужалыҡта күп төрлө химик препарат ҡулланырға тура килә. Өйҙә һәр ваҡыт порошоктар, лактар, аэрозолдәр була. Улар йорт йыйыштырғанда ла, кейем-һалымдағы таптарҙы таҙартҡанда ла, зарарлы бөжәктәрҙе бөтөрөү өсөн дә ҡулланыла. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың биҙәнеү әйберҙәре лә химик матдәләрҙән тора.
lСебен йәки ҡандала ағыулау өсөн аэрозоль ҡулланғанда ауыҙ­ҙы, танауҙы марля менән ҡапла­маһаң, ағыуланырға мөмкин. Шулай уҡ ағыуҙарҙың тәнгә тейеүе лә хәүефле. Улар тире аша үтеп инеп организмды бик ҡаты ағыу­лай, нервы системаһына һәм йө­рәк эшмәкәрлегенә зарар килтерә.
lТөрлө ҡорттарҙы ҡурҡыта торған шыйыҡсалар һәм пасталар составында деметилфталат бар. Организмда метил спиртына әүерелеп, ул беренсе сиратта һулыш алыу процесын боҙа, кеше быуыла башлай, аңын юғалта. Метил спирты күҙҙе лә бик ныҡ зарарлай.
lКер йыуа торған препараттар составында кислоталар бар. Улар кеше организмына эләкһә, ашҡа­ҙан, һулыш юлдарын яндыра.
lТап бөтөргән препараттар ҙа бик ныҡ ағыулай. Тутыҡ табын бө­төргән химикаттар составына ҡырмыҫҡа йәки ҡуҙғалаҡ кисло­таһы инә. Ҡырмыҫҡа кислотаһы йөрәккә, бауырға, бөйөргә ныҡ тәьҫир итһә, ҡуҙғалаҡ кислотаһы бөйөрҙәргә таш ултырыуға килтерә.
lМай табын бөтөргән препараттар ҙа бауырға, бөйөргә зыян килтерә, уларҙы эскән кешенең эсе ауырта, йөҙөнә һары төшә.
lЛактар, буяуҙар беренсе сиратта бауырға насар тәьҫир итә.
Иң уңайлыһы – ағыуланыуҙы булдырмау, әлбиттә. Химик препа­раттарҙы тейешле урындарҙа, ябыҡ һауыттарҙа тотһағыҙ, ҡағиҙә­лә күрһәтелгәнсә һаҡланһағыҙ, һәйбәт булыр. Уларҙы аш-һыу бүлмәһенә ҡуймағыҙ, аҙыҡ-түлек бешерә торған һауыттарға һал­мағыҙ, бала ҡулы етерлек урында тотмағыҙ.


Вернуться назад