Бәхет сере нимәлә?17.04.2018
Бәхет сере нимәлә?Арыш өлгөр­гәс, крәҫтиән ғаиләһе уңыш йыйырға баҫыуға сыға. Баш күтәрмәй, көн оҙоно эшләй улар. Ҡатын кеше ураҡ урып, баҫыу ситенә, урман буйына килеп сыҡһа, эргәлә генә өйкөм булып үҫкән сейәлекте күреп ҡала. Бер ҡыуаҡ ботағында тулышып бешкән сейә тәлгәше лә һаҡланып ҡалған.

“Бөгөнгө эҫелә һыуһынды ҡандырырға ҡайһылай арыу булды”, – тип сейәләрҙе өҙөп ҡабайым тигәндә, баҫыуҙың икенсе башында кирелеп арыш сапҡан ирен күрә. “Эштең иң ауыры уға төшә, сарсағандыр”, тип тәлгәште иренә тоттора.
Крәҫтиән иһә ҡатынының көтмәгәндә шундай һый килтереүенә шатланып, һутлы емештәрҙе ашайым ғына тиһә, ябыҡ ҡына кәүҙәле ҡыҙының тырышып-тырмашып яҫма йыйыуына иғтибар итә. “Ҡыҙыбыҙ бигерәк ҡаҡса, һутлы сейә ҡабып ҡуйһа, көс өҫтәлер”, тип тәлгәште уға килтереп бирә.
Ҡыҙыҡай ҡыҙыл сейәләргә һөйөнөп, ҡыҙығып ҡарап торғанда, бер ситтә ауыр көлтәләрҙе арбаға тейәгән ағаһын абайлай. “Эй, ағайым! Эҫе ҡояш аҫтында ауыр көлтәләр күтәреү йонсотҡандыр һине!” – тип тәлгәште ағаһына һона.
Сарсауҙан ирендәре кипкән үҫмер, һутлы емеште күргәс, бик ҡыуана. Уны ашарға үрелеүе була, баҫыу осонда әсәһенең ҡырҡҡа бөгөлөп ураҡ урғанын шәйләп ҡала. “Әсәкәйгенәм! Ул ҡайһылай ныҡ арығанһың, бәлки, хәл инер”, – тип тәлгәште әсәһенә килтереп бирә.
Ҡатын үҙе өҙгән сейә тәлгәшен күреп, ғаиләһендә барыһының да хәстәрлекле, мәрхәмәтле булыуына, үҙ ауыҙынан өҙөп, тәғәм ризыҡты уртаҡлашырға әҙер тороуына күңеле тулып, йәш аралаш йылмая ла шуның өсөн Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт уҡый, балаларына ошондай ғаилә бәхете биреүен һорай.


Вернуться назад