Ғүмер ҡыҫҡа, үткәрмә бушҡа17.04.2018
Ғүмер ҡыҫҡа, үткәрмә бушҡаЗамандаш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында һоҡланғыс гүзәл зат вәкилдәре бихисап. Уларҙың байтағы, бигерәк тә мәҙәниәт, әҙәбиәт, фән өлкәләрендә дан ҡаҙанғандары, һәр саҡ матбуғат сараларының иғтибар үҙәгендә. Шуға ла үҙҙәрен белмәгән әҙәм һирәк. Ә ғүмер юлдары күптәргә өлгө булырҙай башҡа лайыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар күпме! Ҡайһы өлкәлә эшләһәләр ҙә, алдынғылар иҫәбендәләр, ғаилә йөгөн сабыр тарталар. Ата-әсәләренә – итәғәтле ҡыҙ, тормош юлдаштарына – тоғро ҡатын, бала-сағаларына – хәстәрлекле әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә – наҙлы өләсәй улар. Һәр төбәктә, һәр ҡалала, һәр ауылда осрай ундайҙар.


Шуларҙың береһе – Учалы районының Мулдаш ауылында тыуып үҫкән, хаҡлы ялға тиклем тыуған төйәгендәге медицина пунктында фельдшер булып эшләгән, яңғыҙы дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән Лилиә Ғәйнуллина. Ике ҡыҙы менән ике улы ла, юғары белем алып, үҙ ғаиләләрен ҡороп, аяҡҡа баҫҡас, уларҙың балаларын тәрбиәләшеү маҡсатында Өфөгә килеп урынлаша. Бында уның өсөн, гүйә, яңы тормош башлана. Төпкөл төбәктә көн иткән сағында “Их, күрергә ине” тип хыялланған спектаклдәрҙе ҡарарға театрҙарға йөрөй. Үҙе лә йыр-моң яратҡанға, филар­мониялағы концерттарҙы ҡалдырмай.
“Ғүмер ҡыҫҡа, үткәрмә буш­ҡа” тигәндәй, март башында 80 йәшлек юбилейын уҙғарыр­ға йыйынған Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы һәр көндөң, һәр сәғәттең ҡәҙерен белеп йәшәргә тырыша. Шулай ун йыл элек ҡала мәҙәниәт һара­йында теркәлгән “Өфө хәтирә­ләре” тип аталған башҡорт фольклор коллек­тивының эш­мә­кәрлегендә әүҙем ҡатнаша башлай. Хал­ҡы­быҙ­ҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә, уларҙы йәш быуын араһында киң таратыуға йүнәл­телгән сараларҙы әҙерләшеү һәм уҙғарышыу ифрат оҡшай уға. Яңыраҡ республика ижад йортонда асылған “Селтәр” түңәрәгенә лә йөрөй. Бында ул үҙен йәшлегенә әйләнеп ҡайтҡандай хис итә.
— Ҡул эштәре — борон-борондан башҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙарының яратҡан шөғөлө, – ти ул. – Элек уңған ҡыҙҙар бирнә өсөн тәғәйенләнгән мендәр-юрғандарын һәм башҡа кәрәк-яраҡты, төрлө селтәрҙәр менән биҙәп, үҙҙәре тегер булған.
“Өфө хәтирәләре” лә, “Селтәр” түңәрәге лә тынғыһыҙ, дәртле Лилиә Ғәйнуллинаға яңынан-яңы әхирәттәр табыуға булышлыҡ итә. Үҙе кеүек оло йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙар менән танышып, аралашып йәшәүҙән йәм таба ул.


Вернуться назад