Яҙ миҙгелендә күптәр, бигерәк тә гүзәл заттар модалы кейем-һалым менән ҡыҙыҡһыныусан. Ә нимә һуң ул мода? Билдәле булыуынса, бынан йөҙҙәрсә йыл әүәл төрлө халыҡтар фәҡәт үҙҙәренең милли кейемендә йөрөгән. Көндәлек тормошта ябайыҡтарын, байрамдарҙа тантаналыраҡтарын хуп күргәндәр. Рәсәйҙә “мода” төшөнсәһен Европа илдәрендәге оҙайлы сәйәхәттәренән һуң тәү башлап Петр I индереүе мәғлүм.
Был һүҙ латинсанан “әйберҙең самаһы, үлсәме, уны йөрөтөү рәүеше һәм ҡағиҙәһе” тигән мәғәнәлә тәржемә ителә. Хәҙерге белгестәр араһында “Мода – зауыҡтың тормоштағы төрлө идеяларҙы сағылдырған йүнәлеше” тигән фекер өҫтөнлөк итә. “Мода – кейенеүҙәге теге йә был йүнәлештең һәм халыҡтың ҡылыҡ-ғәҙәттәренең тап ошо мәлдә иң киң таралғандары” тип раҫлай улар. Асылда, мода – кейем-һалым етештергән предприятие хужалары тарафынан фәҡәт килем алыу өсөн уйлап сығарылған һәм даими ҡулланылған сара ул.
Нисек кенә булмаһын, мода хаҡында хәбәрҙар булырға ынтылыу күптән ҡаныбыҙға һеңгән. Шуға ла быйыл яҙ нисегерәк кейенергә икән тип баш ватыусыларҙы мода белгестәренең фекерҙәре менән таныштырмаҡсыбыҙ.Иң тәүҙә кейем-һалым уңайлы булырға тейешлеген билдәләй улар. Тәбиғәт уянған миҙгелдә сағыу төҫлөһөн һатып алырға тәҡдим итәләр. Әйтәйек, аҡ, ҡара, ҡыҙыл, зәңгәр, йәшел, һары һәм башҡалар. Бер үк кейемдә бер нисә сағыу төҫтө файҙаланырға мөмкин. Мәҫәлән, ҡара һәм ҡыҙылды, йәшел йә һарыны.
Еңе терһәк тәңгәлендә булған костюмдар, йомшаҡ трикотаждан тегелгән иркен күлдәктәр, свитшоттар (свитерҙар), хатта пальтолар модала булмаҡсы.
Күптән классикаға әүерелгән водолазкалар ҙа көнүҙәклеген юғалтмай. Уларҙың төрлө оҙонлоҡтағы күлдәк рәүешлеләре модаға керә. Тантаналы сараларға кейеү өсөн һәр саҡ модала булған ҡара төҫтәге костюм-күлдәктәр ижад ителә. Уларҙы тегеү өсөн ҡулланылған туҡымалар ҙа, әйберҙәрҙең фасондары ла ифрат күп төрлө. Ҡатын-ҡыҙҙарға билдәрен айырып күрһәтеү өсөн замшанан йә күн-тиренән эшләнгән киң билбауҙар сығарыла.
Быйыл яҙ мода белгестәре иркен пальтоларҙы уңайлыраҡ тип таба. Тик уларҙың тыштан тегеп ҡуйылған ҙур дүртмөйөш рәүешендәге кеҫәләре булыу мотлаҡ. Күләмле мамыҡ курткалар, йоҡа ғына тундар ҙа модала. Тундарҙы ла билбау тағып йөрөтөргә мөмкин.
Салбарҙарҙың киң балаҡлыларына, манжетлыларына иғтибар арта. Джинсылар – “бешерелгәндәре”, оҙондары, ҡыҫҡартылғандары – модала ҡала. Тик быйыл уларҙың киң балаҡлыларына һәм ҡара-күк төҫтәгеләренә өҫтөнлөк бирелә.
Итәктәрҙең ниндәйе генә юҡ! “Ҡәләм”, “ҡыңғырау”, плиссе рәүешендәгеләре, балитәклеләре, асылмалы-ябылмалы итәклеләре, хатта салбар-шорты кеүектәре. Күлдәк-итәктәрҙең оҙонлоғон һәр гүзәл зат үҙе һайлай — аяҡ кейемен ҡаплап торған “макси”, тубыҡтан саҡ ҡына түбәнерәк “миди” йә иһә үтә ҡыҫҡа “мини”. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус рәүештә ир-егеттәр күлдәктәре тегелә.
Кейем-һалымдың һәр төрөн дә тип әйтерлек йәнһүрәт йә кино геройҙарының, йәнлек-ҡоштарҙың һүрәттәрен, геометрия һындарын йә орнаменттар йәбештереп, сигеүҙәр йә суҡтар, хатта пластик йә тимер элементтар менән биҙәп “байытыуға” юл ҡуйыла.
Баш кейеменә килгәндә, элекке йылдарҙағыса, эшләпәләр, береттар, яулыҡтар модала. Эшләпәләрҙең киңдәре, тарыраҡтары, таблетка йә манара (купол) рәүешендәгеләре ҡулланыла. Береттар төрлө туҡыманан, төрлө формала тегелә йә бәйләнә. Яулыҡтарҙың мөмкин тиклем сағыуыраҡтары заман талаптарына ярашлы.
Ойоҡ һәм ойоҡбаштар, колготкиҙар мөмкин тиклем сағыуыраҡ төҫтә булырға тейеш.
Аяҡ кейеме алдағы йылдағынан әллә ни айырылмай. Төрлө бейеклектәге, төрлө формалағы, төрлө үксәлеләре йә спорт стилендәгеләр – йәнең теләгәнде һайла! Оҫталар быйыл аяҡ кейеме теккәндә төҫлө таштар, йәнлек тиреләре йә күн киҫәктәре, тимерҙән яһалған биҙәүестәр һәм тағы әллә күпме өҫтәмә материал ҡуллана. Сумкалар быйыл бил тәңгәлендә йөрөтөлә.
Дөйөмләштереп әйткәндә, Париж, Милан, Нью-Йорк, Лондон һәм Мәскәүҙә мода индустрияһы менән шөғөлләнгән белгестәрҙең кәңәш-төңәшенең күплегенә һәм төрлөлөгөнә хайран ҡалырлыҡ. Әйткәндәй, кейемде төрләндереү тәңгәлендә Башҡортостан модельерҙары ла ҡалышмай. Быйыл улар кейем-һалым тегеүҙә милли мотивтарҙы әүҙемерәк файҙаланырға өндәй. Әммә модалы кейенеү уның артынан һуҡыр рәүештә сабыу тигәнде аңлатмай. Тәү сиратта яҙ миҙгеленең наҙ миҙгеле икәнлеген дә иҫтә тотоп, үҙебеҙгә оҡшаған уңайлы һәм зауыҡлы кейемде ыҫпай, матур итеп кейергә ынтылырғалыр...