Бөйөк Еңеүгә арнап26.04.2012
Илдә "Георгий таҫмаһы" акцияһы башланды. Ул 9 Майға тиклем дауам итәсәк.
Волонтерҙар кешеләргә ҡара-хәнәүәт һыҙатлы таҫма таратасаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә арналған билдә – ватансылыҡ символы, оло һәм йәш быуынды берләштереүсе ғәмәл.
Тәүге тапҡыр ошондай сара 2005 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләгәндә ойошторолдо. Ошо осорҙа Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә 60 миллиондан ашыу таҫма таратылды.


Вернуться назад