“Бала — Аллаһтың иң ҡиммәтле бүләге”17.04.2018
“Бала — Аллаһтың иң ҡиммәтле бүләге”Мөхәммәт пәйғәмбәр балаларҙы был тормоштоң ожмах сәскәләре тип атаған, һәр саҡ сабыйҙарға ихтирамлы булған. Уларҙы айырмай, бөтәһенә лә бер тигеҙ ҡараған, бәләкәстәр менән шаярырға, уйнарға яратҡан.
Балаларҙың ниндәй булып үҫеүе һис шикһеҙ тәрбиәгә бәйле. Бөгөн беҙ ата-әсәнең мөҡәддәс бурыстары тураһында Өфө ҡалаһында йәшәгән Илмира Арыҫланова менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ул да тәрбиә эшендә хәҙистәргә таяна.


– Хужабикәгә өй эштәре лә, тормош мәшәҡәттәре лә етерлек. Сабыйҙар ҙа ҙур иғтибар талап итә. Нисек барыһына ла өлгөрәһең?
– Һәр көнөмдө Аллаһ исеме менән башлайым. Аллаһ Тәғәлә үҙе көс, дәрт, ваҡыт бирә. Һәр көнөмдө планлаштырырға ғәҙәтләнгәнмен. Кис ултырып, иртәгә ниндәй эштәр башҡарырға, ҡайҙа барырға, кем менән осрашырға кәрәклеген блокнотыма теркәп ҡуям. Әсәй кеше һәр минутын дөрөҫ ҡулланырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ күп ваҡытын ғаилә эштәре менән булып, өйҙә үткәрергә тейеш. Шулай уҡ яңы үрҙәргә лә ынтылырға кәрәк. Нәзәкәтлек мәктәбендә үҙ өҫтөбөҙҙә эшләйбеҙ, курс алып барабыҙ. Ҡыҙҙарҙы ғаилә тормошона әҙерләйбеҙ. Никах күлдәктәре тәҡдим итәбеҙ. Әйткәндәй, төрлө конкурстар үткәреп торабыҙ. Мәҫәлән, апрель аҙағына “Башҡортостан ынйыһы” тигән сара планлаштырҙыҡ. Ошо бәйге аша ислам диненең, мосолман ҡыҙҙарының матурлығын күрһәтергә теләйбеҙ.
– Һинеңсә, ғаиләлә күпме бала булырға тейеш? Хәҙерге ауыр заманда күптәр берәү йәки икәү менән генә сикләнә бит...
– Ғаиләлә бала күберәк булған һайын яҡшыраҡ, минеңсә. Кәмендә өсәү булырға тейеш. Улар бер-береһенә өлгө булырға кәрәклеген аңлай, ярҙамсыл, иғтибарлы булырға өйрәнә. Ишле ғаиләлә бала үҙаллы булып үҫә. Бөгөн йәштәр аҡса етмәй тип борсола. Матди байлыҡҡа һылтанып, бала табыуҙы кисектереү хата, сөнки һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа. Иң ҙур байлыҡ – ул сәләмәтлек, күңел тыныслығы, көслө иман, аҡыллы нәҫел ҡалдырыу.
– Ҙур ҡалала үҫмерҙәрҙе һәр саҡ яныңда тотоп булмай. Ошондай шарттарҙа баланы заман афәттәренән – эскелек, наркомания, насар компаниянан нисек араларға?
– Сабыйҙарыбыҙ өсөн яуаплылыҡ беҙгә йөкмәтелгән. Ауыл, ҡала булһынмы ул, ата-әсә балаларын дөрөҫ юлдан алып барырға тейеш. Улар — үрнәк. Насар-ямандан аралайым тип, баланы бөтөнләй өйҙә тотоу ҙа мөмкин түгел, әлбиттә. Сик ҡуйыуҙың да самаһын белергә кәрәк. Балала китапҡа ҡарата һөйөү уятырға кәрәк. Быға ул ата-әсәһенән генә өйрәнә ала. Ололар ҡулында гәзит, китап, журнал, Ҡөрьән күреп үҫкән сабый уҡыуға ҡарата битараф булмаясаҡ. Кешенең белем алыуға, китап уҡыуға, дәрес әҙерләүгә мөнәсәбәте ата-әсәнән тора. Психологтар, баланың буш ваҡыты ни тиклем аҙыраҡ ҡалһа, шул тиклем яҡшыраҡ, тип һанай. Мин был фекер менән тулыһынса килешәм. Беҙ балаларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтәбеҙ, ҡыҙыма һәм улыма Ҡөрьән сүрәләрен өйрәтәм.
– Бала тәрбиәләүҙә иң мөһим һыҙат нимә?
– Сабырлыҡ, түҙемлек — ата-әсәлә булырға тейешле иң мөһим сифаттарҙың береһе. Юҡҡа ғына уны имандың яртыһы тимәгәндәрҙер.
– Ҡыҙ бала менән ир баланы тәрбиәләүҙә айырым ҡағиҙәләр бармы?
– Бала ата-әсәгә аманат итеп бирелгән. Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа өлкәндәр һөйөүен тигеҙ алырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт үҙ балаларын Аллаһ Тәғәләнән дан итеп ҡабул иткән, бөтәһен дә бер тигеҙ яратҡан. Бала донъяға килгәндән алып беренсе аҙнаһында уҡ ҡунаҡ йыйған, аятҡа саҡырып, барыһын да ҡорбан ите менән ризалаттырған һәм бөтәһен дә ошондай мәжлес үткәрергә әйҙәгән. Малай өсөн атай тәрбиәһе мөһимдер. Һәр хәлдә, беҙҙең ғаиләлә шулай. Тормош иптәшем улыбыҙ Нурсолтанға ҙур иғтибар бүлә. Уны бокс түңәрәгенә йөрөткөһө килә. Уларға бергә ваҡыт үткәреү бик оҡшай. Ҡыҙым Ғәйшә иһә минең ҡарамаҡта. Аш-һыу әҙерләгәндә, берәй эш менән шөғөлләнгәндә янымдан китмәй, үҙенсә ярҙам күрһәтеп маташа.
– Ғөмүмән, тәрбиә мәсьәләһендә атай роле хаҡында ентекләберәк һөйләһәң ине…
– Бында атайҙың роле ҙур, әлбиттә. Ир бала өлгөнө – атаһынан, ә ҡыҙ бала әсәһенән ала һәм киләсәктә уны үҙ ғаиләһендә ҡуллана. Атай кеше эштән һуңғы ваҡытын ял итеү менән генә сикләнеп үткәрергә тейеш түгел, минеңсә. Балалар тәрбиәләүҙә, улар менән аралашыуҙа әүҙем булырға бурыслы. Ир заты балаға яуаплылыҡ һәм үҙ-үҙенә ышаныс тойғоһо һала. Әсәйҙең үҙенә генә был йөктө тартыуы ауыр. Бынан тыш, балалар ата-әсәһенең дә үҙ-ара мөнәсәбәтен күреп үҫә һәм ғаилә ҡороу моделен күңеленә һеңдерә бара.
– Нисек уйлайһың: ирҙәр өй эштәрендә ярҙам итергә тейешме?
– Ир-ат иңенә ауыр йөк һалынған – ул ғаиләнең матди хәле өсөн яуаплы. Бөгөнгө тормош ҙур сығымдар талап итә. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ үҙенең ҡатындарына йорт эштәрендә ярҙам иткән. Ир кеше үҙенең ҡатынынан рөхсәт һорап ҡына, уның шәхси тормошона ҡағылмай ғына ярҙам итергә тейеш, тип уйлайым.
– Бөгөн психологтар әйтеүенсә, баланы артыҡ тыйырға, әрләргә ярамай. Ошо фекер менән килешәһеңме?
– Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ, һәр нәмәлә “сырател мөстәҡим” булырға тейеш, тигән, йәғни һәр даим уртаҡлыҡ таба белеүҙе билдәләй ул. Минеңсә, балаға теге йәки был ғәмәлдең ни өсөн ярамағанлығын аңлата белеү фарыз.
– Ғаиләгеҙ Ислам дине ҡанундарына таянып йәшәй. Балаға дини тәрбиә биреү нимәнән ғибәрәт?
– Мин бала саҡтан уҡ ислам тәрбиәһендә үҫтем. Хәҙер үҙем дә балаларыбыҙҙы шулай тәрбиәләйем. Хәрәм менән хәләл ризыҡты, ғәмәлдәрҙе айырырға ярҙам итәм. Дини тәрбиә биреү иң элек үҙебеҙҙән башлана. Ата-әсәй балалары өсөн өлгө булырға тейеш. Тәрбиәне сабый тыуғас та, хатта ҡарында саҡта уҡ башларға кәрәк.
Ислам динендә балаларҙы тәрбиәләү еңелерәк, сөнки Мөхәммәт пәйғәмбәр дөрөҫ тәрбиә биреү серҙәрен өйрәтеп ҡалдырған. Иң мөһиме – сабыйҙарҙы ысын күңелдән яратыу. Ғаиләбеҙҙә балаларҙы айырмайбыҙ. Уларға тигеҙ ҡарап, теләктәрен иҫәпкә алып тәрбиәләйбеҙ. Баланың кем булып үҫеүе, киләсәктә ниндәй тормош юлын һайлауы тәрбиәгә бәйле. Балаларыбыҙҙы мәсеткә алып барып, етенсе көнөнә исем ҡуштырҙыҡ, малай кешене сөннәткә ултыртыу, өйҙә Ҡөрьән уҡытыу кеүек йолаларҙы үтәйбеҙ. Намаҙ уҡығанда ла улар беҙҙең янда, улыбыҙ өйҙә аҙан ҡысҡырып йөрөй. Кисен балаларға әкиәт һөйләйбеҙ.
– Балаға исемде нисек дөрөҫ һайларға? Балаларыңдың исеменә ниндәй мәғәнә һалынған?
– Исем кешенең тормошона ҙур йоғонто яһай. Ата-әсә балаға исем ҡушыуға яуаплы ҡарарға тейеш. Бала – Аллаһ Тәғәләнең беҙгә ебәрелгән иң ҡиммәтле бүләге. Ғәйшә – Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең ҡатынының исеме. Ошо исемде йөрөткән ҡыҙыбыҙ баш ҡаланың 40-сы башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй. Яңыраҡ “Тамыр” балалар студияһында шөғөлләнә башланы. Улыбыҙ Нурсолтандың да ҡыҙыҡһыныуҙары күп, бигерәк тә башҡорт әкиәттәрен тыңларға әүәҫ.
– Ғаиләгеҙҙә ниндәй милли йолаларға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Туғандарыбыҙҙы саҡырып, ҡунаҡ итергә яратабыҙ. Өйҙә Ҡөрьән уҡытыу — шулай уҡ яратҡан йолаларыбыҙҙың береһе. Шулай уҡ Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын матур итеп үткәрәбеҙ. Был көндәрҙә балаларҙы бүләктәр менән ҡыуандырабыҙ. Быларға ҡарап, балаларыбыҙҙа дини байрамдарға ыңғай ҡараш формалаша.
– Һуңғы ваҡытта сауҙала хәләл ризыҡтар күбәйҙе. Был йәһәттән балаларҙың туҡланыуын нисек ойоштораһығыҙ?
– Мин үҙем бешеренергә яратам. Балаларыбыҙ хәләл менән хәрәмдең ни икәнен белә. Улар иртәнге бутҡаны яратып ашай. Йоманы – изге көндө — ғаиләбеҙ һағынып көтөп ала. Хәләл кафеға барып, ваҡытты бергә үткәрәбеҙ. Өйҙә яратып ашаған ризығыбыҙ – ул былау. Тәмле-татлы әйберҙәрҙе күберәк үҙем бешерергә тырышам. Был ғәмәл йортҡа йылылыҡ өҫтәй.


Вернуться назад