Изгелек эшлә лә һыуға һал...17.04.2018
Изгелек эшлә лә һыуға һал...Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тәү башлап танышҡан, ара-тирә хәбәрләшеп йөрөгән кешеләремдең береһе ул Зөһрә Ғәйнуллина. Һәр саҡ алсаҡ йөҙлө, йылы һүҙле ханым беренсе күргәндән үк үҙе тураһында матур тәьҫорат ҡалдырҙы. Торараҡ, ул ауылда гәзит таратыусы булып эшләй башлағас, аҙна һайын тигәндәй күрештек. Һәр осрашҡан һайын уныһын-быныһын һөйләп, мәҙәниәт усағында үтәсәк сараларға саҡырып китергә лә форсат таба, һүҙ араһында үҙе таратҡан ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылырға өндәргә лә онотмай.


Бер аҙҙан Зөһрә апайҙың әүҙем йәмәғәтсе булыуын аңланым – мәҙәниәт усағында ниндәй генә сара үткәрелмәһен, ул һәр саҡ халыҡ араһында, тамашалар уртаһында. Бер ҡараһаң, милли күлдәкле ҡупшы ҡатын фольклор ансамблендә йырлап-бейеп йөрөй, икенсе ҡараһаң, килештереп спектаклдә уйнай, өсөнсөһөндә – ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған сарала йүгергеләй... Ғөмүмән, һыланып-һыйпанып ауыл ҡыҙырып йәки телевизорҙағы бөтмәҫ сериалдарға текәлеп ултырған “наҙлыҡайҙарҙан” түгел.
Ә бит Зөһрә Фәтхетдин ҡыҙының яҙмышы еңелдән булмай – тәҡдир уны утҡа ла, һыуға ла һала. Яҙмыш ҡушыуы буйынса бөгөн яңғыҙы ғына балалар тәрбиәләгән ҡатын үҙ ғүмерендә бәхетен бер нисә мәртәбә һынап ҡарай. Тик һәр саҡ уңышһыҙлыҡҡа осрай. Юҡ, Зөһрә апай бында бер кемде лә ғәйепләргә, бәләне башҡаларҙың иңенә һалырға ашыҡмай.
– Күререңде күрмәй гүргә инеп булмай, тиҙәр бит... Яҙмышыма шулай яҙғандыр инде. Шулай ҙа үҙемде бәхетлемен, тип уйлайым – асып инер ишегем, таяныр балаларым бар, ауыл халҡы үҙемә ҡарата иғти­барлы һәм ихтирамлы. Аллаға шөкөр, пенсия йәшенә лә еттем, инде балаларымды аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле итһәм, әсәлек бурысымды үтәлгән тип һанар инем, – ти ул.
...Бынан теүәл 58 йыл элек Баймаҡ райо­нының Калинин ауылында йәшәгән ишле балалы Мөьминә менән Фәтхетдин Баязитовтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә ул. Тыуған ауылында һигеҙенсе класты тамамлағас, артабан Сибай ҡала­һындағы 34-се һөнәрселек училище­һында төҙөүсе һөнәрен үҙләштереп, ҡулына штукатур-маляр танытмаһы ала. Тәүге хеҙмәт сирҡанысын да Сибайҙа ала йәш ҡыҙ – бөгөнгө биш ҡатлы йорттар араһында Зөһрә апайҙың ҡул йылыһын һаҡлағандары ла байтаҡ. Күрше Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһындағы ике ҡатлы йорттарҙы төҙөүгә лә байтаҡ көсөн, оҫталығын һала йәш штукатур-маляр.
Эшкә тилбер ҡыҙға күҙ һалыусылар байтаҡ булһа ла, Зөһрә апай 20 йәшендә яратып, күңеле ҡушыуы буйынса Рәмил исемле егетте һайлай һәм уның менән яҙмы­шын бәйләй. Әммә ғаилә тормошо шат­лыҡ­тарҙан ғына тормай икән шул... Ике бала әсә­һе булғас, Зөһрә апайға ла балалары ме­нән Калининға кире ҡайтырға тура килә. Ике йыл тирәһе Мөьминә инәйгә һыйынып йәшәй.
Артабан яҙмыш Зөһрә Фәтхетдин ҡыҙын тағы ла Иҫке Сибайға алып килә. Улы менән ҡыҙын үҙ күреп, улар менән ипле мөғәмәләлә булғаны өсөн тәүәккәлләй был юлы ҡатын ғаилә ҡорорға. Бик матур ғына йәшәп китәләр. Ғаилә ебен нығытып, улдары Йәмил донъяға килә. Шулай һәүетемсә генә йыл артынан йыл үтә тора. Зөһрә апай колхоз ферма­һында ең һыҙғанып эшләй: кө­төүсе лә, һарыҡ ҡырҡыусы ла, бәрәс ҡа­рау­сы ла була. Үҙе мәрәкәләгәнсә, “ЦК-ла ла эшләп алырға тура килә”, йәғни үҙәк ҡа­ҙанлыҡта. Ҡыҫҡаһы, ҡара эштән ҡурҡмай йәш ҡатын, ҡайҙа ҡушһалар, шунда баш баҫып йүнәлә.
– Иҫке Сибай ауылын, уның халҡын нисектер үҙ һәм яҡын күрҙем, хатта ошонда тыуған кеүекмен, – тип һүҙен дауам итә ғүмеренең күп өлөшөн ошонда үткәргән Зөһрә апай. – Ауыл халҡының барыһы ла таныш, һәр бе­реһе менән уртаға һалып һөйләшер һүҙебеҙ бар. Унан балаларым барыһы ла ошонда белем алды, әле бәләкәйем Фәнис алтынсыла уҡып йөрөй. Еректем инде ошонда...
Иҫке Сибай ауылы ситтән төшкән киленгә әсә телен ныҡлап үҙләштерергә лә булышлыҡ итә, сөнки ҡатнаш халыҡтар йәшәгән Калинин мәктәбендә урыҫса уҡып, күбеһенсә шул телдә аралашып үҫкән ҡыҙ башта башҡортса күп һүҙҙәрҙең мәғәнәһен төшөнөп етмәй. Ә бөгөн иһә туған телендә рәхәтләнеп һөйләшеү генә түгел, сәхнәләрҙә йырлап-бейеп алырға ла маһир. Кейәү ауылына таш булып төшкән килендәрҙән ул. Шуға ла торған ауылының йылдан-йыл төҙөкләнә, күркәмләнә барыуы өсөн ҡыуана.
– Ҙур ауылдың проблемалары ла ҙур, етәкселәр өсөн мәшәҡәттәре лә етерлек инде ул, – тип ауыл хаҡындағы фекерҙәре менән уртаҡлаша әңгәмәсем. – Һуңғы йылдарҙа беҙгә башҡа яҡтарҙан бик күп ғаиләләр күсеп килеп төпләнде. Күптәр бер-береһен танымай. Хатта йылдар буйы йәшәп тә ауылды белмәгән кешеләр осрай, сөнки халыҡтың төп өлөшө эргәләге Сибай ҡалаһында эшләй, көндәрен ҡала мөхитендә үткәрә. Шулай ҙа мин барлыҡ ауылдаштарыма ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙемерәк булыуҙарын теләр инем. Ауылыбыҙ үҫә икән, тимәк, унда халыҡтың социаль-көнкүреш талаптары ла арта – уңайлыҡтарҙы бергәләп булдырайыҡ, йәшәгән еребеҙҙе берлектә ҡотайтайыҡ!
Ысынлап та, ошонда килеп, нигеҙ ҡороп йәшәйбеҙ икән, үҙең торған ауылға сит итеп ҡарау урынһыҙ. Бит йортоң төн үткәреү, ә ауыл ял көндәрендә саф һауа һулар урын ғына түгел... Был хаҡта барыһы ла төптән уйларға, йәшәгән ергә үҙ итеп ҡарарға һәм ауыл хакимиәтенең һәр мөрәжәғәтенә иғтибарлыраҡ булырға тейеш...
Ә Зөһрә Фәтхетдин ҡыҙы өсөн ауыл тормо­шоноң уртаһында ҡайнау – ул күңел талабы. Бушҡа йөрөмәйем әле, тигән уй уның башына ла инеп сыҡмай, сөнки бар йыуанысын һәм ҡыуанысын ул йәмәғәт эшендә таба, йәшәргә көс һәм илһамды унан ала. “Изгелек эшлә лә һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер” – халҡыбыҙҙың ошо тапҡыр әйтеменә таянып йәшәгән кеше­ләрҙең береһе ул Зөһрә Ғәйнуллина. Шуға ла уның йөҙөнән йылмайыу китмәй, ә телендә һәр саҡ изге һүҙҙәр генә...
Бына әле лә минең менән һөйләшеп бөттө лә мәҙәниәт йортона ашыҡты – үҙе байтаҡ йылдар шөғөлләнгән “Атайсал” фольклор ансамблендә репетицияға көтәләр уны. Тимәк, оҙаҡламай тағы ла беҙҙе яңы йыр-бейеүҙәре менән ҡыуандырырҙар.

Баймаҡ районы.


Вернуться назад