Ҡотлайбыҙ!17.04.2018
Көйөргәҙе районының Ҡотлоюл ауылында йәшәгән тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ Фәтҡулла Ғайса улы Аҡһаров 23 апрелдә үҙенең ғүмер байрамын билдәләй — уға 70 йәш тула.
Ҡәҙерлебеҙ, һине оло юбилейың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Бөтә йөрәктән иң изге теләктәр юллайбыҙ. Байрамың шәп кәйеф килтерһен, уй-теләктәрең һис шикһеҙ тормошҡа ашһын, күңелең һәр саҡ йәш булып ҡалһын. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, барлыҡ рәхәтлектәр, ғаилә йылыһын тойоп, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып
торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, улың, киленең,
ейән-ейәнсәрең.