Өфөгә юл төшкәс, телефон аша Тимерғәле ағай Килмөхәмәтовтың хәлен белештем. Ул: “Ваҡытың булһа, минең янға һуғылып кит әле, үҙеңде 90 йәштән уҙған фронтовик яҡташым менән таныштырырмын”, — тине.
...Беҙҙе оҙон буйлы, асыҡ йөҙлө ағай ҡаршы алды. Уны күргәс тә, был кеше фронтовиктың ҡустыһы йә улылыр, тип уйлап ҡуйҙым. Баҡтиһәң, яңылышҡанмын: ағай үҙе икән!
Танышып, һөйләшеп киттек. Хәрби кеше булараҡ, бар ғүмерен ситтә үткәрһә лә, Әнүәр ағайҙың саф башҡортса аралашыуы мине тағы ла аптыратты.
– Туған телеңде нисек оноторға мөмкин?! – тине ул был йәһәттән. – Барыһы ла кешенең үҙенән торалыр. Телһөйәрлек, илһөйәрлек – әҙәм балаһындағы иң юғары тойғолар. Тап улар – ситтә ысын кеше булып йәшәүҙең дә төп нигеҙе.
Тормошома килгәндә, 1927 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында донъяға килгәнмен. Ишле ғаиләлә һигеҙенсе бала инем. Атайым “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған, заманына күрә уҡымышлы кеше булараҡ, ғүмер буйы ауылда муллалыҡ бурысын атҡарҙы.
Башланғыс мәктәпте тамамлағас, артабан күрше Бишауыл-Уңғарға йөрөп уҡыныҡ. Ара – алты саҡрым. Барлығы 62 балабыҙ. Ул йылдарҙа ҡыш ныҡ һыуыҡ булды. Ә беҙҙең аяҡта – сабата, өҫтә – бишмәт. Ашау ҙа насар: иртән – ҡабығы менән бешерелгән ике бәрәңге, икмәк юҡ. Ә ғаиләбеҙҙә – ун бала. Инәйем мәктәптә ашау өсөн йәнә бешкән ике бәрәңге һалып ебәрә. Төшкө ашыбыҙ был. Кис тағы ла шул уҡ ризыҡ.
Етенсе класты тамамлағас, еңел сәнәғәт предприятиеһында баш инженер булып эшләгән Зөһрә апайым үҙе янына Өфөгә саҡырып алып, Сарапул ҡалаһындағы хәрби һауа көстәре училищеһына уҡырға ебәрҙе. Унда өс йыл белем тупланым. Һуғыштан һуң был уҡыу йортон Курск ҡалаһына күсерҙеләр. Мин дә шунда киттем. 1947 йылда училище тарҡатылғас, Өфөгә ҡайттым. Бында мине Севастополдән күсерелгән хәрби уҡыу йортона имтиханһыҙ ҡабул иттеләр, тейешле кейем бирҙеләр. Беренсе курсты тамамлағас, училище Курск ҡалаһына күсерелде. Унан лейтенант дәрәжәһен алып сыҡтым.
Хәҙер инде мин, хәрби кеше, ҡайҙа ебәрһәләр, шунда барырға тейеш булам. Башта Уссурийск ҡалаһына, унан Хабаровскиға юлландым. Батарея командиры булып хеҙмәт иттем, 1950 йылда капитан дәрәжәһен алыуға өлгәштем. Әйткәндәй, шул уҡ йылда тотош полк менән Төньяк Кореяға киттек.
Америка самолеттары, Көньяк Кореяға ярҙам итеп, беҙҙе бомбаға тота... Һуғышта йыл ярым булған арала уларҙың ун берен бәреп төшөрҙөк. Мине Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеләр, капитан иттеләр.
1951 йылдың яҙында Хабаровскиға ҡайттыҡ. Хеҙмәтемде командир ярҙамсыһы вазифаһында дауам иттем. Майор, унан подполковник булдым. Артабан Камчаткаға күсерҙеләр. Унда штаб начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнеләр. Ҡырҡ ете йәштә хәрби хеҙмәттән китеп, Өфөгә ҡайттым. Кореялағы яуҙа ҡатнашҡандарҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән тигеҙләүҙәре һөҙөмтәһендә һуғыш ветераны булып киттем.
...Ул алышта ике тапҡыр яраланып, контузия алырға тура килде. Һуңғыһы айырыуса ауыр булды. Команда пунктында өс офицер һәм ун бер һалдат инек. Йөҙ килограмлыҡ бомба бина түбәһенән үтеп, эстә шартлаған. Мине тулҡын стенаға алып бәргән. Бомба ярсығы ҡулбаштан күкрәккә ингән...
Икенсе көнөнә үлгәндәрҙе машина арбаһына тейәп, Порт-Артурҙағы туғандар ҡәберлегенә алып китергә уйлағандар. Ул арала Капуцкий тигән полк фельдшеры минең бармаҡтарҙың һелкенгәнен күреп ҡалып: “Командир тере!” — тип ҡысҡырып ебәргән. Санитар машинаға һалып, Ҡытай сигендә урынлашҡан госпиталгә алып киткәндәр. Һаман да һушыма килмәгәнмен. Һөҙөмтәлә Ҡытай госпиталенә ебәргәндәр. Унда бар яралыларға бер табип ине – 73 йәшлек Ван Ли. Мине энә ҡаҙап, женьшень тамыры менән дауаланы ул. Урыҫса белә ине. Үҙен “дядя Ли” тип йөрөтә торғайным. Ашарға ултырһам, яныма килер ҙә ризыҡ төрҙәрен сиратлаштырыу тәртибен өйрәтеп торор ине. Мине ныҡ ҡараны. Башҡорт икәнемде белеү менән “улыйым” тип өндәшә башланы. Ике ай ярымда аяҡҡа баҫтырҙы. Бөйөк табипҡа рәхмәтем сикһеҙ.
Госпиталдән һуң мине үҙебеҙҙең штабҡа алып килделәр. Начальник, ҡаты яра алыуым сәбәпле, запасҡа күсереләсәгем хаҡында белдергәс, хәрби хеҙмәтте дауам итергә рөхсәт һораным. Һорауым ҡәнәғәтләндерелде. Һөҙөмтәлә үҙем хеҙмәт иткән батареяға киттем. Бомба ярсығына килгәндә, ул әле лә күкрәгемдә. Рентген аша күренә, табиптар аптырай. Ғаилә ҡороу тарихын иҫкә алғанда, буласаҡ ҡатынымды 27 йәштә осраттым. Ғәйшә Өфөнән ауылыбыҙҙағы туғандарына ҡунаҡҡа килгәйне. Медицина институтын тамамлап, табип булып эшләй икән. Өйләнештек, ҡыҙҙарыбыҙ Римма менән Ғәлиә тыуҙы. Хәҙер инде улар үҙҙәре өләсәй. Ғәйшә апайығыҙ менән 56 йыл бергә йәшәнек. Ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш йыл элек арабыҙҙан китте.
...Һуғыш барлыҡ ғаиләбеҙгә ҡағылды. Мөхәмәт ағайым Бөйөк Ватан һуғышы башланғас уҡ фронтҡа алына. Капитан дәрәжәһендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, күп миҙалдар менән наградланып ҡайтып төшә ул. Политрук, рота командиры булып хеҙмәт итә. 1942 йылда Ғәйшә апайым үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Өс айлыҡ курсты тамамлай, уҡсы, радист, разведчик була. 1944 йылда ҡаты яралана, уны һалдаттар ауылға килтереп ҡалдыра. Атайым да хеҙмәт армияһына алына. Шөкөр, ауыр яралар алһам да, иҫән ҡалдым. Атайымдың доғалары, үҙемдең дә Аллаһ Тәғәләгә ышаныуым ярҙам иткәндер...
“Тере тарих” булған Әнүәр ағай менән осрашҡаныма сикһеҙ шатмын. Ил ағаһының “Имен тормоштоң, татыулыҡтың ҡәҙерен белегеҙ!” тигән һүҙҙәре бөтөн кешелеккә аманат кеүек яңғыраны.
Ҡырмыҫҡалы районы.