Рәсәй. Апрель. ВаҡиғаларДонъяның көндәлек мәшәҡәттәре менән мәж килеп, айҙарҙың, миҙгелдәрҙең, йылдарҙың үткәнен шәйләмәй ҙә, һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Ә бит дауыллы, ваҡиғалар ҡайнап торған ғына түгел, бәлки, һәүетемсә генә китеп барған, һил ваҡыттар ҙа тормошобоҙҙоң бер киҫәген кимтеп алып китә тора. Был хәҡиҡәт күпселегебеҙҙең зиһенен ҡуҙғытыу түгел, хатта уйына ла, исмаһам, онотҡанда бер инеп сыҡмай. Тормош бөгөлдәренә, ҡайҙалыр һәм яныбыҙҙа һәр көн аҡтарыла торған ел-дауылдарға ла илтифат итмәҫкә тырышҡан көнитмешебеҙ “әллә инде...” тип ғәҙәти ҡул һелтәүҙән киләме икән дә, башыбыҙ аша ҡаплап, сәсәтә башлаған тулҡындарҙың бейегәйә барыуын күрмәмешкә һалышыу касафатымы икән?Бөгөн үҙебеҙгә үҙебеҙ биғәйбә ҡылып йәшәгән тормошобоҙ иртәгә тарихтың бер сәхифәһенә әүерелһә, ул заман кешеләре беҙҙең турала нимә уйлар, ғәмәлдәребеҙгә ниндәй баһалар бирер һуң? Ана, Зәйнәб апай Биишева, ҡайһы ваҡыттарҙа уҡ, “яҡшымын тип, күкрәк киреп сыҡма, халыҡ үҙе күрер, баһалар”, — тип киҫәткән.
Бер быуат әүәл яңы Рәсәйҙең тормошон үҙҙәренсә яйға һалырға тырышып йөрөгән дәүләт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, чиновниктар һәм хатта станогынан айырыла алмаған эшселәр, бураҙнанан сыҡмаған крәҫтиәндәр ҡарлы-һыулы шул апрель көндәрендә ил тарихына теге йәки был сүрәттә инеп ҡалырмын тип уйламағандыр. Инҡилап, киң донъяның һәр тарафын ялмап алған граждандар һуғышы ялҡыны... Әҙәм балаһына был шарттарҙа ер-һыуҙағы, асмандағы хәлдәрҙе күҙәтеү ҡайғыһымы ни? Ә күрә-аңлай белгәндәргә тирә-яҡ үҙенсә һабаҡ бирә, фекерләргә өйрәтә бит.
Рустар, мәҫәлән, апрель айын, матурлап, березень, кветень, цветень тип кенә йөрөткән. Был айҙа ер иреп йомшара, апрель һыуы һәммә ғәмгә етә. Халыҡ, мәрәкәләп, ошо көндәр тураһында “апрель тымау тейгән кеше һымаҡ сипылдай, бисә-сәсәгә йылы вәғәҙә итә, ә мужик ҡарай ҙа, йәнә нимәлер булырын көтә”, — ти. Әлхасил, ошо айҙа тәбиғәттең ҡылығы килде-киттеле: иртән көлөп ҡалҡҡан ҡояштың ниндәй сырай менән байырын ғүмерҙә белә алмаҫһың.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, ерҙә дауылдарҙың аҡтарылыуы ла, күктә йондоҙҙарҙың боларыуы ла кешеләр тормошондағы хәл-ваҡиғаларға ғәжәп оҡшаған. Тирә-яҡ мөхиттә лә, йәмғиәттә лә берәүҙәр вата-емерә, икенселәр төҙөй, булһын тип тырыша.
Ошо мәлдә 6 апрелдә, шәмбе көн, баҡыйлыҡҡа күскән мәшһүр эшҡыуар һәм бағыусы (меценат) Савва Иванович Мамонтовтың исеме хәтергә килә. Ифрат бай был шәхесте классик капиталистар араһына индереүе лә мөмкин түгел. Байтаҡ тимер юлдар һәм сәнәғәти йәмғиәттәрҙең төп акционеры булараҡ та, ә иң мөһиме — күренекле меценат рәүешендә лә, Савва Мамонтов Рәсәй тарихында айырым сусаҡ булып күтәрелеп тора. Шуны иҫәпкә алып, Савва Иванович тураһында аҙ ғына сиселеберәк әйтәйек әле.
Баҡтиһәң, Рәсәй эшҡыуарҙары элитаһына ингән был шәхес үҫмер сағынан уҡ театр менән мауыҡҡан, вокалға һәм рәссамлыҡҡа тартылған икән. Йылдар үтә килә Мәскәү янындағы Абрамцево имениеһын художестволы ижад үҙәгенә әүерелдергән. Ошонда уҡ дауахана, мәктәп, сиркәү һәм рәссамдар өсөн оҫтахана төҙөткән. Шундайын шарттар булдырылғас, бында Илья Репин, Валерий Серов, ағалы-ҡустылы Аполлинарий менән Виктор Васнецовтар, Михаил Врубель эшләп йәшәгән, Федор Шаляпин йыш ҡына килеп сығыр булған. 1885 йылда Мамонтов үҙ аҡсаһына Мәскәү хосуси рус операһына нигеҙ һалған. Театр һәм сәнғәт менән самаһыҙ мауығып китеп, Мамонтов байлығының күп өлөшөн юғалтҡан, сәнәғәти эшмәкәрлегендә лә ҙур хаталар ебәргән һәм, бурысҡа батып, ҡулға алынған, мөлкәте иһә суд ҡарары менән һатылған.
Театр, сәнғәт тураһында һүҙ сыҡҡас, апрель баштарында Халыҡ комиссарҙары советының монументаль пропагандаға ҡағылышлы декретын да оноторға ярамайҙыр. “Батшалар һәм уларҙың хеҙмәтселәре хөрмәтенә күтәрелгән һәйкәлдәрҙе алыу һәм Рәсәй Социалистик революцияһының һәйкәлдәре проектын эшләү тураһында” декрет нигеҙендә “Монументаль пропаганда” планы хасил була. Уны дәртләндереүселәр – В.И. Ленин менән А.В. Луначарский. 1918 йылдың 30 июлендә “революционерҙар һәм һәр замандың, халыҡтарҙың прогрессив эшмәкәрҙәре хөрмәтенә” һәйкәлдәрҙең исемлеге раҫлана. Уға 69 кеше индерелә. Иң беренсе итеп А.Н. Радищевҡа Петроградта һәйкәл ҡуйыла. Тәүге осорҙағы монументтарҙы ваҡыт аямай, әммә программа совет монументаль сәнғәтен үҫтереү өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә.
Йәш Совет республикаһы үҙенең көндәлек мәшәҡәттәре, оло һәм кесе мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн көрәш менән көндәр, аҙналар үткәрә. Унда битарафлыҡҡа, һәрпәнләүгә урын юҡ. Дәүләттең эске тормошо ла көсөргәнешле, республиканы ситтән ҡыҫмаҡлау ҙа дауам итә. 5 апрелдә Алыҫ Көнсығышта сит дәүләттәр интервенцияһы башлана. Владивостокка Антанта илдәре булған Япония, Америка, Англия ғәскәрҙәре килеп төшә. Ошо шарттарҙа Лев Троцкий, сит ил эштәре буйынса халыҡ комиссары вазифаһынан бушатылып, хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ көндәрҙә Ҡыҙыл Армияла, әүәлдән ҡалған хәрби белгестәрҙең эшен күҙәтеп барыу һәм личный составты совет власына тоғролоҡ рухында тәрбиәләү өсөн комиссарҙар институты булдырыла.
Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты РСФСР-ҙың дәүләт әләме ҡыҙыл төҫтә һәм “Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы” тигән яҙыулы булырға тейеш тигән ҡарар сығара. Апрелдең өсөнсө ун көнлөгөндә ВЦИК мәктәп йәшенән ҡырҡҡа тиклемге эшсе һәм крәҫтиәндәрҙе мотлаҡ хәрби әҙерлеккә йәлеп итеү тураһында декрет ҡабул итә.
Республиканың тирә-яғында иһә, әйткәнебеҙсә, һиллек юҡ. Апрель аҙаҡтарына Дон өлкәһендә алман ғәскәренә таянған казактар фетнәһе 77 станицаны солғап ала. 8 майҙа фетнәселәр Дондағы Ростовҡа инә, Дон совет республикаһының хөкүмәте Царицынға тайырға мәжбүр була. Хәйер, был юҫыҡта һүҙҙе май айы күҙәтеүендә бер ни ҡәҙәр дауам итербеҙ. Әйткәндәй, апрелдең һуңғы ун көнлөгөндә Кавказ аръяғы сеймы Грузия, Әрмәнстан һәм Азербайжанды берләштергән Кавказ аръяғы мөстәҡил демократик федератив республикаһының ойошторолоуы тураһында иғлан итә.
Уйланһаң, баш әйләнерлек. Инҡилап — идея менән штыктың туғанлашыуы ул, тип әйтеүҙәре ысындыр, ахыры.
Рубриканы Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ алып бара.