Районыбыҙҙың Ҡыҙылбай ауылында күптән түгел дан ғаиләләрҙең береһе – Рәйсә менән Риза Насретдиновтар гәүһәр туйын билдәләне. Бына уларҙың күркәм йорто. Беҙҙе Риза бабай ихлас ҡаршыланы. Ниндәй йомош менән йөрөгәнде әйткәс, күршеләренә ингән Рәйсә инәйҙе саҡырып ҡайтарҙы. Урамдан йәнәш атлап, көлөшә-көлөшә килгән өлкәндәрҙе 60 йыл бергә йәшәгән пар тип уйламаҫһың да. Йәштәрме ни! Бер-береһенә ҡарата йылы хистәрен һаҡлай алыуҙары төҫ-ҡиәфәттәренән, нурлы йөҙҙәренән сағылып тора.
– Ҡартайыу тураһында уйлаған да юҡ әле ул! – тип егеттәрсә шаяртыу ҡатыш һүҙ башланы бабай. – Гәүһәр туйыбыҙ ҙа килеп еттеме ни? Бындай бәхеттең сере ниҙә, тиһегеҙме? Иң мөһиме – бер-береңде аңлап, тыңлап, кәңәшләшеп йәшәргә кәрәк.
Туҡһанды ваҡлауҙарына ҡарамаҫтан, инәй-бабайҙың хәтере шәп, зиһене салт. Район, республика яңылыҡтары менән дә даими ҡыҙыҡһынып баралар. Үҙҙәре ошо ауылдан.
– Туйыбыҙ бөгөнгөләй иҫтә, – тип йылмайып хәтергә алды өлкәндәр. – Ҡыңғыраулы аттар егеп, ауыл буйлап гармун уйнап йөрөнөк. Их, ул саҡтар... Хәҙер иһә йәштәр машинаға инеп ултыра ла, кем өйләнешкәнен күрмәй ҙә ҡалаһың...
Насретдиновтар ғүмер буйы колхозда бил бөккән. Икеһе лә – хеҙмәт ветераны. Рәйсә инәй тәүҙә хужалыҡта төрлө эш башҡарған, унан 25 йылдан ашыу һауынсы булған. Ә Риза бабай – 43 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә тракторсы. Бихисап маҡтау грамотаһына, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалына, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәһенә лайыҡ булған ул.
Насретдиновтар өс балаға ғүмер биреп, уҡытып, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтырған. Хәҙер инде алты ейән-ейәнсәрен, биш бүлә-бүләсәрен һөйөү бәхетенә эйә улар.
– Балаларыбыҙ, Аллаға шөкөр, шул ҡәҙәр хәстәрлекле, иғтибарлы, иманлы, – тип һөйөнә өлкәндәр. – Һәр ваҡыт уларҙың ярҙамына таянып, ҡәҙер-хөрмәтенән көс алып йәшәйбеҙ.
Рәйсә инәй менән Риза бабай ғүмер буйы күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраған. Хәҙер ҙә, өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡсаларында йәшелсә-емеш үҫтереп, донъяларын гөлгә күмеп йәшәй улар. Күҙҙәре яҡшы күргән инәй һаман да бәйләм бәйләй. Йәш сағында төндәрен, колхоз эшенән бушағас, ауылдаштарына күлдәк тегеүен дә иҫкә алып китте ул.
– Эйе, төрлөһөн кисерҙек, әммә, татыу булғас, тормош ауырлығы әллә ни һиҙелмәне, – ти өлкәндәр. – Йәшәү нигеҙе – өҙлөкһөҙ хеҙмәт, бер-береңә, шулай уҡ башҡаларға ҡарата ихтирам-хөрмәт, күңел таҙалығы. Беҙ ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә, балаларыбыҙға үҙ өлгөбөҙҙә яҡшы тәрбиә бирергә тырыштыҡ. Ауылдаштарыбыҙ менән һәр саҡ татыу йәшәнек, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ла, ҡайғыларҙы ла бергә кисерҙек, яман уйҙа булманыҡ, көнләшмәнек, бер-беребеҙгә аяҡ салманыҡ, һүҙ йөрөтмәнек. Ауыл бит – үҙе бер дәүләт. Уның һәр яҡлап именлегенә һәр беребеҙ өлөш индерергә бурыслы. Һөҙөмтәлә, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән, үҙеңдең тормошоңда ла бәрәкәт, нур, иман артыр.
Мәсетле районы.