Уттың ҡойроғо юҡ26.04.2012
Көндәрҙең йылы тороуы янғын ихтималлығын көсәйтә: үткән тәүлектә Әүжән, Инйәр, Бөрө, Өфө урманлыҡтарында янғын осраҡтары теркәлгән.
40 гектарға яҡын майҙанды ут ялмаған, иң ҙур зыян – Бөрө урмансылығында. Утты һүндереүҙә йөҙгә яҡын кеше ҡатнашҡан, 22 берәмек техника ҡулланылған.
16 апрелдән Башҡортостанда рәсми рәүештә янғынға бәйле хәүефле миҙгел башланды, ошо осорҙа ғына төбәктә ике тиҫтәнән ашыу янғын сығып, 130 гектар урман зыян күргән.


Вернуться назад