Тәбиғәттә ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы, асылда, сағыу төҫ менән үҙенә йәлеп итә, арбай. Таҡҡан галстук та, баҡтиһәң, аҫыл заттарҙы ылыҡтырыуҙың бер юлы икән. Психологтар фекеренсә, ул хужаһының холоҡ һыҙаттары хаҡында ла күпте һөйләй. Төҫ был осраҡта артыҡ әһәмиәткә эйә түгел — галстуктың геометрик торошо, семәрләнеше, биҙәлеше мөһимерәк.
1. Борсаҡ төшөрөлгән галстук таҡҡан кеше: — алға ынтылыусан; — һәйбәт профессионал; — тормошта тоғролоҡ һаҡлай; — үҙ-үҙен ярата; — бойорорға ярата, тик үҙе генә ҡарарҙар ҡабул итә; — тормошто нисек бар, шулай ярата; — ирҙәр дуҫлығының буш хәбәр түгеллегенә инана.
2. Һыҙыҡлы галстук таҡҡандар: — консерватор; — һәр ваҡыт итәғәтле; — ышаныслы; — авантюраға бармаусан; — һәр аҙымын планлаштырып эш итә; — көтөлмәгәнлекте үҙһенмәй; — гәпләшергә ярата.
3. Бәләкәй фигуралыһын оҡшатыусылар: — ҡунаҡ ярата; — юморҙы аңлай; — фантазер; — иғтибар үҙәгендә булырға ынтыла һәм бының өсөн бөтәһен дә эшләй; — үтә тиҫкәре; — үҙенең хаҡлы булыуына ышана; — ғаилә тормошонда үҙен генә ҡайғырта; — үҙ-үҙен ныҡ яратыуы менән айырыла.
4. Сәскәле галстукты хуп күреүселәр: — күңеле менән романтик; — проблемаларҙы күҙенә элмәй; — донъяны ал да гөл итеп күреүсән; — тиҙ үпкәләүсән, артыҡ тыйнаҡ; — ҡарарҙарҙы аҡыл менән түгел, хис менән ҡабул итә; — эгоист булыуҙан да азат түгел; — мәжлес, уйын-көлкө үҙәгендә; — кеҫә тултырып аҡса йөрөтмәй, банкта иҫәбе лә юҡ.
5. Ромбиклы галстук тағыусылар: — ҡатын-ҡыҙҙы комплимент менән әүрәтә ала; — буйҙаҡлыҡтың ҡәҙерен белә, оҙаҡ өйләнмәй; — бер ваҡытта ла галстуктан айырылмай, хатта кәрәкмәгән урында ла таға; — теләһә ниндәй ғәйбәтсене лә бәреп йыға, сәғәттәр буйы ләстит һата һәм арыуҙы белмәй; — ваҡиғалар уртаһында ҡайнауынан оло кинәнес ала, бик һирәк осраҡта ғына ярһыусан.