Тырышлыҡ ҡағиҙәһе13.04.2018
* Донъяла мәңге торасаҡ, шул уҡ ваҡытта ахирәткә иртәгә китәсәк кеше кеүек тырышып йәшәгеҙ.
* Аллаһ Тәғәлә бойорған ғәмәлдәрҙе ихласлыҡ һәм тырышлыҡ менән үтәгеҙ.
* Һөнәре, тырышлығы булмаған кеше – фәҡир. Уңғанға эше һәр ваҡыт ярҙам итер. Тырыш кеше матур йәшәр, ялҡау аслыҡтан йығылыр. Донъя көтөүҙә үҙ ғәйрәтегеҙгә өмөт итегеҙ.
* Үҙ ризығығыҙҙы үҙегеҙ эҙләгеҙ: һис кемгә күктән алтын яуғаны юҡ.
* Зирәклегегеҙгә, һөнәрегеҙгә таянығыҙ, эшһеҙ тик ятмағыҙ. Тырышлыҡ күрелмәгән, хәрәкәт ителмәгән хәлдә, зирәклек менән һөнәрҙән дә файҙа булмаҫ.
* Ялҡаулыҡ һәм нәфсе әҙәм балаһына ауырыу килтерә, уның тәбиғи һәләттәрен боҙа, фәҡирләндерә. Шуның өсөн бер ваҡытта ла эшһеҙ тормағыҙ, һәлкәүлек һәм шөһрәт әсире булмағыҙ.
* Донъялыҡта ахирәттә файҙаһы тейәсәк ғәмәлдәргә иғтибар итегеҙ. Шуны яҡшы белегеҙ: барыһы өсөн дә әжере буласаҡ.
* Файҙалы эштәр башҡарырға тырышығыҙ, һис ялҡмағыҙ. Үҙегеҙҙән һуң яҡшы исем ҡалдырырға ынтылығыҙ.
Һөнәр әҙәбе
* Эшегеҙҙе еренә еткереп, үҙ ваҡытында башҡарығыҙ. Башлағас, матурлап тамамларға тырышығыҙ.
* Бер сәғәт эсендә бер нисә эшкә тотонмағыҙ. Былай итеү уларҙың бәғзеһенән мәхрүм ҡалыуға сәбәп була. Башланған эште шатлыҡ, ихласлыҡ менән дауам итегеҙ.
* Бөгөн тамамлау мөмкинлеге бар эште иртәгәгә ҡалдырмағыҙ.
* Эште ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлауға түгел, ә уны хуш күңел менән таҙа, тәртипле башҡарыуға иғтибар итегеҙ. Ваҡыт бушҡа үтмәһен, аҙаҡ үкендермәһен.
* Яҡшы башланған эштең аҙағы ла ҡыуандырыр.
* Эште кеше күрһен, маҡтаһын өсөн түгел, ә файҙаһы булһын тип башҡарығыҙ.
* Мөмкинлегегеҙҙе артыҡ баһалап, көсәнмәгеҙ. Был ауырыуға сәбәп була. Эшләгеҙ һәм файҙа өмөт итегеҙ. Хеҙмәтегеҙ ялҡытмаһын, тик шатлыҡ килтерһен. Бындай эш, ни ҡәҙәр ауыр булһа ла, еңел күренә.
* Һөнәрегеҙҙе көндән-көн арттырығыҙ. Бөгөнгөһө менән риза булыу, түбән ҡалыуҙан һаҡланмау – һиммәтһеҙ кешеләрҙең ғәҙәтелер.