Днепр янындағы һәм уны аша сыҡҡандағы хәл иткес һуғыштар ваҡытында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 2438 яугиргә Советтар Союзы Геройы тигән юғары исем бирелә. Уларҙың алтмыш етеһе — Башҡортостан вәкиле.Күп балалы ябай ғаилә, ауыр йылдар. Атай кеше — граждандар һуғышында бер аяғын ҡалдырып ҡайтҡан ҡыҙыл партизан. Шуға ла етенсе класты тамамлаған Жәүҙәт, өлкән ир бала булараҡ, бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, колхозға эшкә төшә.
Билдәле, ул ваҡытта ауыл ерендә кешенең белеменә ҡарағанда эшсе көсө күпкә ҡиммәтерәк баһалана. Тик, оҙаҡ та үтмәй, һуғыш башлана. Бөтә ауырлыҡ ауылдағы ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға иңенә ята. Жәүҙәтте лә йәше тулыу менән фронтҡа алалар. “Ҡыҙыл партизан Ғоморҙаҡтың ат ҡунмаһында йөрөгән улына ла повестка килгән, уны ла оҙатабыҙ инде”, – тип уфтанған ул саҡта ауыл ҡарттары.
Тағы ла ике йылдан Учалы районының Иманғол ауылына, кирза итектәрен ялтыратып, кем әйтмешләй, тегенсенең энәһенән яңы ғына төшкән өр-яңы гимнастеркаһына Алтын Йондоҙ тағып, бер һалдат ҡайтып төшә. Ҡасандыр яланаяҡ колхоз аттарын көтөп йөрөгән теге малай, хәйер, әле лә ир ҡорона инеп етмәгән егерме йәшлек Советтар Союзы Геройы Жәүҙәт Сөнәғәтуллин була ул.
Учалы район военкоматынан саҡыртылып, Алкинда кесе командирлыҡҡа уҡый башлаһа ла, Жәүҙәт хәрби исем алып өлгөрмәй, фронтҡа ябай һалдат булып китә. 1943 йылдың майында 52-се армия составындағы 254-се уҡсы дивизияла һуғышҡа инә. Үҙен ул яуаплы элемтәсе, отҡор һалдат итеп таныта. Илһөйәрлек асылын 1943 йылдың 13 ноябрендә, Черкассы өлкәһенең Крещатик һәм Свидовок ауылдары янында барған хәл иткес алышта дәлилләй. Днепр ярына еткәндә туғыҙ йөҙҙән ашыу һалдаты булған 933-сө уҡсы полктан ни бары туҡһан дүрт кенә кеше иҫән ҡала. Уларҙың да күбеһе яралы. Әммә юғарынан бирелгән “Ни шагу назад!” тигән фарман артҡа сигенергә ирек бирмәй. Киреһенсә, бойороҡҡа ярашлы, оло һыуҙы аша сығырға һәм немец һалдаттарын көнбайышҡа табан ҡыуып алып китергә кәрәк.
Хәрби етәксеһеҙ ҡалған һалдаттарға ни эшләргә? Шул саҡта, яралы булыуына ҡарамаҫтан, бөтә яуаплылыҡты рядовой Сөнәғәтуллин үҙ өҫтөнә ала, сөнки элемтәсе һалдат белә: уң яҡ ярҙа Свидовок ауылынан һуң урман башлана, ә унда — беҙҙең партизандар. Тағы ла әллә күпме юғалтыуҙар менән һалдаттар Днепрҙың уң яҡ ярына сыға, танктарға автомат менән генә ҡаршы тороп, немецтар биләгән ауылды үтә һәм ҡуйы урманда урынлаша. Аҙыҡһыҙ, һыуһыҙ бер нисә көн йәшәргә тура килә уларға.
Бөтә ваҡыт окоптар ҡаҙып, немецтарҙың яңы һөжүменә әҙерлеккә һәм партизандарҙы эҙләүгә ҡайтып ҡала. Ниһайәт, бишенсе тәүлек тигәндә, Сөнәғәтуллин етәкселегендәге разведка төркөмө уларҙы эҙләп таба, алтынсы көнгә улар үҙҙәре уртаҡ көс менән ауылға һөжүм аса. Шулай итеп, 933-сө полкка йөкмәтелгән бурыс намыҫ менән лайыҡлы рәүештә атҡарыла. Плацдарм немец һалдаттарынан таҙартыла, һул яҡ ярҙан өҫтәмә хәрби көстәр сыға.
Жәүҙәтте башҡа яралылар менән бергә госпиталгә ебәрергә ҡарар итәләр. Еңеүгә илткән юлда йәнә бер ҡаршылыҡты үтеүҙә хәрби бурысты фиҙакәр атҡарғаны, тураһын әйткәндә, оло яуаплылыҡ тойоп батырлыҡ күрһәткәне өсөн “һеҙҙе юғары наградаға тәҡдим итәсәкбеҙ” тип ҡуялар үҙенә. Был һүҙҙәр егетте ҡанатландыра, әлбиттә, әммә уға ул әллә ни етди иғтибар бирмәй.
Яуҙаштары менән хушлашҡандан һуң, үҙе Черкассы ҡалаһына госпиталгә оҙатыла. Бәхеткә күрә, эсендәге яра әллә ни ауырҙан булмай. Бер аҙ дауаланып ял иткәндән һуң, Жәүҙәт йәнә сафҡа баҫа. Ул был юлы Икенсе Украина фронты составына эләгә. Әммә күп тә үтмәй, Көньяҡ Украинаның Смела ҡалаһы эргәһендәге һуғышта йәнә яралана.
Ауыр йәрәхәтлеләрҙе тылға оҙатырға ҡарар итәләр, шулай итеп, яҡташ егет Иркутск ҡалаһына ебәрелә. Дошман пуляһы был юлы һалдаттың ҡулын һәм аяғын яралай. Теге Днепр янындағы хәл иткес һуғыш хәҙер онотола төшә, байтаҡ ваҡыт үтте бит — наградаһы ла юҡтыр, күрәһең, тип һығымта яһай ул. Үҙе, ошо яраларымдан төҙәлһәм, тыуған ауылыма ҡайтыр инем, ат көтөрлөк кенә сәләмәтлегем ҡалһын, тип хыяллана. Ә бер көн уның янына “Правда” гәзитен тотҡан бер төркөм кеше килеп инә. Унда “Советтар Союзы Геройы” тигән юғары награда менән бүләкләнеүселәрҙең исемлеге баҫылған, араларында Жәүҙәт Ғоморҙаҡ улы Сөнәғәтуллин да бар.
Рәсми мәғлүмәттәрҙән. “1943 йылдың 13 ноябрендә иптәш Сөнәғәтуллин беренселәрҙән булып Днепрҙы аша сыға. Ҡаршы яҡтың алғы һыҙығына үтеп, немец һалдаттарының позицияһын билдәләй, уның аҡыллы етәкселеге һөҙөмтәһендә беҙҙекеләр тарафынан эшләнгән ҡыйыу һәм ышаныслы һөжүм дошман оборонаһын ҡыйратырға мөмкинлек бирә. Жәүҙәт Сөнәғәтуллин немец ғәскәрҙәренең бер нисә танкын, йөк автомобилен, ике тиҫтәгә яҡын һалдатын юҡ итә. Ошо батырлыҡтары өсөн 933-сө уҡсы полктан рядовой Жәүҙәт Ғоморҙаҡ улы Сөнәғәтуллинға “Советтар Союзы Геройы” тигән юғары исем бирергә. 1944 йыл, 22 февраль”.
1944 йылдың аҙағында Жәүҙәт Сөнәғәтуллин Мәскәүгә, Кремлгә саҡыртыла, 15 декабрҙә уға Алтын Йондоҙ һәм Ленин ордены тапшырыла. Тормош тарихындағы ошо иҫтәлекле ваҡиғаны Жәүҙәт Ғоморҙаҡ улы ғүмер буйы йылмайып, һағынып иҫкә ала: “Награда алырға барырға госпиталдә өр-яңынан кейендерҙеләр. Шинель, салбар, гимнастерка яңы, аяҡта шығырлап торған кирза итек. Ялтырауы бөтмәһен тип уны сәғәт һайын ышҡыған булам. Ҡыш һарыҡ тун кейеп, йәй ялан аяҡ йөрөгән кешегә әллә нимә булды ул саҡта. Кремль залына бик күптәр саҡырылғайны, араларында олпат хәрбиҙәр — полковник, генералдар ҙа бар. Сират әле генә миңә етмәҫ тип иң артҡа барып ултырһам, үҙемде бишенсе итеп саҡырҙылар. Награданы Калинин тапшырҙы, ул саҡтағы тулҡынланыуымды аңлатырлыҡ һүҙҙәрҙе әле булһа таба алмайым. Честь биргәндән һуң ултырған урыныма табан йүнәлһәм, иң алғы рәттән бер генерал “Сынок, идем сюда” тип үҙ янына саҡырып алды. Ымлап ҡына эргәгә бер ханымды әйҙәләне. Уныһы үҙ бурысын шунда уҡ аңлап тора. Ҡулымдағы миҙал менән орденды алып, һорап та тормай түшкә ҡаҙаны. Йәш саҡ... Күкрәгемде иң юғары наградалар менән биҙәүҙәренә һөйөнәһе урынға, әрәм итеп өр-яңы гимнастеркамды тишеүҙәренә әсендем”.
Шулай итеп, гимнастеркаһын тиштереп Ленин орденын һәм Советтар Союзы Геройы булыуын раҫлаған Алтын Йондоҙ миҙалын тағып, артабан Жәүҙәт Сөнәғәтуллин йәнә Себер яғына юл ала. Вагонда бөтәһе лә уның янына килә. Һорашалар, ҡотлайҙар. Ә ҡайһы бер офицерҙар Башҡортостанға йыраҡ ҡалмай бит, эргәһенән тиерлек үтәһең, төшөп ҡал, ауылыңда күренеп кит, һуғышырға тағы өлгөрөрһөң әле, тип тәҡдим итә. Йәшлек бер ҡатлылығы үтмәгәндер инде, күрәһең. Һиңә бер нәмә лә булмай, тигәс, Жәүҙәт Миәстә поездан төшөп ҡала. Шунда уҡ уға вокзалдағы хәрбиҙәр иғтибар итә, бер ни өндәшмәйенсә үҙҙәре менән алып китәләр. Бөттө баш, былай булғас, гауптвахтаға бикләп ҡуялар инде, тип бошона Герой. Үҙҙәре артыҡ һорашмағас, маҡсатын әйтеп бирһә лә, асыуҙарын ҡабартып артығын тылҡырға, нимәлер аңлатырға ашыҡмай егет.
Бәй, ни ғәләмәт, ашханаға алып бара бит былар. Герой булғас, ашатып бикләйҙәрҙер, моғайын. Жәүҙәт өнһөҙ генә фараздар ҡыла. Әллә ниндәй офицерҙар өгөтөнә бирелгәнгә үҙен әрләп тә ҡуя. Әммә хәл бөтөнләй икенсе төрлө сиселеш ала. Ашхананан сығыуға ишек төбөндә машина көтөп тора. Ә уның водителе урындағы хәрби етәкселәрҙән “Геройҙы тыуған яғына, Учалығаса, оҙатырға” тигән бойороҡ алған.
Егерме биш көндән һуң Жәүҙәт Ғоморҙаҡ улы йәнә фронтҡа юллана. Район хәрби комиссариатынан уны һуңғы хеҙмәт урыны – Иркутск ҡалаһындағы һауығыусылар батальонына ебәрәләр. Ә үҙ сиратында унан бер ни тиклем төҙәлгәндәрҙе Көнбайышҡа оҙаталар. Был ваҡытта Украина дошмандарҙан тулыһынса азат ителгән була, Белоруссияны беҙҙекеләр үткән, ә Польша ерендә Жәүҙәт Сөнәғәтуллинды фронтҡа ебәрмәй ҡалдыралар. Еңеү көнөн ул һаҡ начальнигы вазифаһында Көнсығыш Пруссияла ҡаршы ала.
Күп тә үтмәй, “Ике еңел һәм бер ауыр яра алғандарҙы ҡайтарырға” тигән бойороҡҡа ярашлы, ул тыуған яғына ҡайтарыла.
Жәүҙәт ағай башта Учалы эске эштәр бүлегенә паспорт бүлегенә эшкә урынлаша. Һуңынан уны район хакимиәтенә күп балалы тол ҡатындар эше буйынса баш инспектор итеп тәғәйенләйҙәр. Әммә ете класс белемле кешегә яҙыу-һыҙыу, документтар менән эш итеү ауырға төшә. Шуға ла, бер нәмәгә ҡарап тормай, Геройыбыҙ баш ҡалаға юллана. Ә инде Өфөләге педагогия институтын тамамлағас, бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлап, илле ике йыл стаж менән хаҡлы ялға сыға.
Жәүҙәт Ғоморҙаҡ улы Сөнәғәтуллин Учалыла балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең иғтибарына, уҡыусыларының ихтирамына күмелгән. Советтар Союзы Геройы, Учалының почетлы гражданы, һәр бер ҡарт яугир кеүек, беҙҙең быуынға һәр даим берҙәй теләген еткерә — илдәге именлекте, халыҡтар берҙәмлеген һаҡлау һәм, әлбиттә, нисәмә тиҫтә йыл үтеүгә, хатта ошо байрамды бүләк иткән һалдаттар ҡалмауға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт Оло Еңеү көнөн туйлай. Ул бынан тиҫтә йыл элек Өфөлә вафат була, Учалыла ерләнә.