Халҡыбыҙҙың был әйтеме Түбә ҡасабаһында йәшәүсе ауылдаштарыма — тормош ауырлыҡтарына, аҡсаһыҙлыҡҡа, эш юҡлыҡҡа һылтанып ятмаған, гөрләтеп донъя көткән уңғандарға ҡағыла, сөнки уларҙың ҡайһыһын ғына алмайыҡ, һәр береһе һәр ваҡыт донъя мәшәҡәттәренә сумған, нимә менәндер мәшғүл. Бындағы шәхси хужалыҡтарҙа күпләп ҡаҙ аҫрайҙар, һыйыр малы тоталар. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән кәсебе — йылҡы үрсетеү ҙә киң ҡолас ала башланы. Йәштәрҙең уҡыуҙан тыш буш ваҡыттарын файҙалы һәм күңелле итеп уҙғарыу өсөн ҙур эштәр башҡарыла. Был юҫыҡта ал-ял белмәй спортҡа мөкиббән булған тренер Валерий Аксеновтың изге хеҙмәтен айырым билдәләргә кәрәк, сөнки һуңғы бер нисә йылда ғына ул бары тик үҙенең ныҡышмаллығы арҡаһында Түбә ҡасабаһының “Ҡараташ” хоккей командаһын ойоштороп ҡына ҡалмай, үҫмер уйынсыларҙың ата-әсәһе ярҙамында кейемдәр ҡайтартып, район буйынса ғына түгел, ошо төбәктә иң көслө команда иҫәбенә индерҙе. Вероника менән Валерий Аксеновтар ауылдың төрлө мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй, Вероника башҡорт халыҡ бейеүҙәрен, бар нескәлектәрен тойоп, оҫта башҡара, төрлө мәҙәни сараларҙы күңелле итеп алып бара.
Бынан тыш, ауылыбыҙҙа волейбол, саңғы буйынса ла әленән-әле ярыштар гөрләп үтеп тора. Түбә ауыл хакимиәте башлығы Гүзәл Баянова — бик эшлекле етәксе. Уны ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ярата һәм хөрмәт итә. Шулай булмай ни, Гүзәл Ғәйнетдин ҡыҙы ниндәй генә мәҙәни, спорт сараларын ойоштормаһын, етәксемен тип тормай, олоһо менән дә, кесеһе менән дә тиң һөйләшеп үҙе иң алдан йөрөй.
Ауылыбыҙҙа йәшәгән Любовь менән Виталий Табанаковтар — иң күркәм ғаиләләрҙең береһе. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар һәр саҡ йәмәғәт, мәҙәниәт, спорт сараларының уртаһында ҡайнай, үҙҙәренең халыҡ алдында йәмле итеп йөрөүҙәре менән йәштәргә лә, ололарға ла өлгө булып тора. Табанаковтарҙың үҙ-ара йылы мөнәсәбәтен, мөхәббәтен күреп хайран ҡалырлыҡ.
Бер туған ҡустым, ауылдың эшлекле фермеры Азат һәм киленем — ауыл клубы мөдире Зиләнең ғаиләһен дә билдәләгем килә. Бынан бер нисә йыл элек кенә Үтәбаевтар, фермер хужалығы ойоштороп, күпләп мал аҫрай, һөт тапшырып һата, гөрләтеп донъя көтә. Улдары Сыңғыҙ, ҡыҙҙары Нәзилә, Азалия, Йәсмин яңыраҡ төбәк конкурсына барып, матур итеп сығыш яһап, призлы урын яулап ҡайтты.
Беҙҙә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Сәсәниәбеҙ Таңһылыу апай Сөнәғәтова, төрлө байрамдарға, тарихи ваҡиғаларға арнап мөнәжәттәр, ҡобайырҙар ижад итһә, 9-сы класс уҡыусыһы Маргарита Александрованың яңыраҡ ҡына республика буйынса уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһынан беренсе урынды яулап ҡайтыуы ауылдаштарымды ғорурландырҙы.
Ауылымдың егәрле апай-инәйҙәре Рәйлә Исҡужина, Алһыу Һөйәрғолова, Роза һәм Римма Мөстәхетдиновалар, Римма Ғибәҙәтова, Зифа Мәжитова, Альбина Мәүлетдинова кисен ваҡ-төйәк эштәр тамамланғас, айырым йорттарға киске ултырмаға йыйылып, һәр кем үҙенең ҡул эшен, бәйләмдәрен, милли кейемдәр өсөн тегеләсәк күлдәклектәрен алып килеп, эштәре менән була, үҙ-ара кәңәшләшә, йырлашып та алалар. Был шөғөлдәр — халҡыбыҙҙың милли йолаларын сағылдырған матур ғәҙәт. Ауылымда гөрләтеп донъя көткән ғаиләләр бик күп, ҡыҫҡа ғына яҙмамда бөтәһен дә һөйләп бөтөү мөмкин түгел. Уларҙың һәр береһе ихлас, ҡунаҡсыл, ауыр саҡта бер-береһенә ярҙам итергә әҙер тора, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла үҙ-ара берҙәй уртаҡлаша улар.
Баймаҡ районы.