Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында туған телде уҡытыуҙың алдынғы тәжрибәләрен өйрәнеүҙе, йәш быуынды Яныбай Хамматовтың ижади мираҫын өйрәнеүгә йәлеп итеү, һәләтле уҡыусыларҙы күрһәтеү, уларға йүнәлеш биреү, уҡыусы балаларҙың һәм студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эшендәге ҡаҙаныштарын пропагандалау маҡсатында ойошторолған II республика “Хамматов һабаҡтары” фәнни-ғәмәли конференцияһының йомғаҡлау сараһы булды.
Башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Ғәлийәнова, конференцияла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, ижади эштәрен тәҡдим иткән уҡыусыларға уңыштар теләне. 2006 йылдан алып даими уҙғарылып килгән был конференция географияһының киңәйә барыуын, быйыл унда Белорет, Бөрйән, Учалы, Кушнаренко, Хәйбулла һәм Өфө райондарынан ҡатнашырға теләк белдереүҙәрен, йылдан-йыл конкурсҡа яңылыҡтар индерелеүен билдәләне.
Унан һуң һүҙ Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО комитеты эштәре буйынса төп белгесе, “ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре” проектының төбәк координаторы Людмила Богуславскаяға бирелде. Ул “Хамматов һабаҡтары”ның оҙаҡ йылдар дауам ителеренә ышаныс белдерҙе.
Артабан һүҙҙе филология фәндәре кандидаты, Мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәре Әхәт Ишмөхәмәтов алды һәм Яныбай Хамматовтың һәр әҫәрендә халыҡ ижадына таяныуы, улар аша һабаҡ алыу мөмкинлеге булыуы тураһында әйтеп китте, уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәрен уңышлы яҡлай алырына ышаныс белдерҙе.
Өфөнөң Балалар ижады үҙәге урынбаҫары Светлана Самойлова, проектта ҡатнашыусы балаларҙың әүҙемлегенә һоҡланып, уларға уңыштар теләне.
Район хакимиәтенең мәғариф идаралығы методик бүлеге етәксеһе Неля Польщикова һүҙ тотоп, барыһына ла ҡыйыулыҡ, еңеүгә көс теләне, конференцияла ҡатнашҡан һәр кем, уға йомғаҡ яһалғандан һуң, ҡәнәғәт булып таралырына өмөт белдерҙе.
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының элекке директоры Зөбәржәт Суфьянова үҙ башланғысының дауам ителеүе, уға йыл һайын яңылыҡ индерелеүе, ҙурая һәм киңәйә барыуы, ҡатнашыусыларҙың күбәйеүе тураһында һөйләне.
Унан һуң ғилми-тикшеренеү эштәрен тәҡдим итеүселәр, йүнәлештәр буйынса төркөмдәргә бүленеп, аудиторияларға таралышты. Шул уҡ ваҡытта мәктәп фойеһында “Белорет районы пейзажы” һәм “Яныбай Хамматов әҫәренә иллюстрация” темаларына төшөрөлгән һүрәттәрҙән, “Ныҡлы ғаилә — ил күрке”, “Беҙҙең нәҫелдең маҡтаулы кешеләре”, “Билдәле яҡташтар” темаларына яҙылған яҙма эштәр слайд-шоу аша күрһәтелеп торҙо. Әйткәндәй, был төр буйынса барлығы ике йөҙҙән ашыу эш ҡабул ителгән.
Баһалама ағзалары секциялар буйынса эшләгән арала, конференцияла ҡатнашыусылар “Яныбай Хамматовтың китаптарын асып” квест-уйынында ҡатнашты, шул уҡ ваҡытта башҡорт гимназияһында эшләп килгән “Робот техникаһы”, “Йәш эҙәрмәндәр”, “Ижад иле” түңәрәктәре үҙҙәренең эше менән таныштырҙы.
Артабан барыһы ла конференцияны йомғаҡлау өсөн тамаша залына йыйылды. “Яҙыусы-романсы Яныбай Хамматовтың ижади мираҫында туған телде мәҙәни-тарихи мираҫ итеп һаҡлау” йүнәлеше буйынса һигеҙ уҡыусы үҙ эшен тәҡдим итте. Жюри ҡарары менән I урынға Рәзилә Аллаярова (Учалы ҡала башҡорт лицейы) сыҡты. “Минең ғаиләм тарихы — Тыуған илем тарихының бер өлөшө” ғилми-тикшеренеү эше буйынса I урын Анастасия Беляеваға (Учалы ҡала башҡорт лицейы) һәм Данил Абсадиевҡа (Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы) бирелде. “Тыуған ерем йылъяҙмаһы” йүнәлешендә Айгүзәл Ғәйфуллина (ҡала лицей-интернаты) еңде.
II республика “Хамматов һабаҡтары” фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашҡан уҡыусыларҙың, студенттарҙың етәкселәренә, уҡытыусыларына Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы исеменән Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Гимназия директоры Зөлфиә Басир ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларға оло рәхмәт белдерҙе, еңеүселәргә яулаған уңыштарында туҡталып ҡалмауҙарын теләне һәм быйылғы йылдан гимназияла булдырылған Яныбай Хамматов исемендәге премияны ижади эшмәкәрлеге, уҡыусыларҙың “Умырзая” йыйынтығына индерелгән “Сер” хикәйәһе, Википедияла башҡорт телен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн гимназияның VII класс уҡыусыһы Азалия Әхтәмоваға тапшырҙы.
Белорет ҡалаһы.