Заман заңына ярашлы26.04.2012
Өфөлә "Виртуаль музей" проектын тормошҡа ашыра башланылар.
Әле республика Хәрби Дан һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙарын Интернет селтәре аша 3D форматында ҡарарға мөмкин. Яңылыҡ һынау үтә, сайт артабан да камиллаштырыласаҡ. Профессиональ гид башҡарыуында mp-3 форматында яҙҙырылған 40 минутлыҡ экскурсияны файҙаланыу, фото, аудио, видеоматериалдар менән танышыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.