Поэмалар конкурсы дауам итә!13.04.2018
Поэмалар конкурсы дауам итә!Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, Мәҙәниәт министрлығы һәм “Ағиҙел” журналы менән берлектә, “Минең данлы Башҡортостаным!” тип аталған поэмалар кон­курсы иғлан итте. Был конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла һәм республикабыҙҙың 100 йыллығына арнала. 18 йәше тулған һәр ижадсы унда ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Конкурсҡа заявкалар һәм ҡулъяҙмалар soyuz.pisate­[email protected] электрон адресы буйынса февралдән октябрь айына тиклем ҡабул ителә. Әйткәндәй, быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған поэмалар ғына унда ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Ноябрҙә халыҡ шағирҙарынан торған жюри һәр поэманы баһаларға һәм йомғаҡ яһарға тейеш.
Конкурстың төп маҡсаты – башҡорт халҡының, Ватаныбыҙҙың тарихына, бөгөнгө проблемаларына иғтибарҙы арттырыу, милләт-ара татыулыҡты нығытыу, шулай уҡ поэма жанрын үҫтереү, ижадсыларыбыҙҙы дәртләндереү. Конкурс һөҙөмтәһендә алты призлы урын билдәләнәсәк (I урын – бер ҡатнашыусы, II урын – ике ҡатнашыусы, III урын – өс ҡатнашыусы). I урын яулаусы поэма авторы 50 мең һум күләмендә аҡсалата приз менән бүләкләнәсәк. II урындарға – 30 мең һум, III урындарға 15 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк ҡаралған. Конкурстың положениеһы менән Башҡортостан Яҙыусылар союзының рәсми сайтында таныша алаһығыҙ.


Вернуться назад