Рейтинг төҙөлдө13.04.2018
Рәсәйҙең Round University Ranking (RUR) рейтинг агентлығы университеттарҙың йыл һайын төҙөлгән халыҡ-ара рейтингын тәҡдим итте. Унда донъяның 74 иленән 783 университет ҡатнашты.
Беренсе урынды эксперттар Гарвард университетына бирҙе. Артабан Чикаго университеты, Калифорния технологиялар институты, Лондондағы Империя колледжы һәм Стэндфорд университеты килә.
Рәсәй рейтингта ҡатнашҡан уҡыу йорттары һаны буйынса, АҠШ-тан ҡалышып, икенсе урынды яуланы. Сарала ҡатнашҡан 70 вуздың унауһы донъяла иң яҡшы 500 уҡыу йорто иҫәбенә инде. Рәсәй вуздары араһында М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты алдынғылыҡты алды. Ул рейтингта 153-сө баҫҡысты биләй. Икенсе урында — “МИФИ” милли ядро тикшеренеүҙәр университеты (224-се баҫҡыс), артабан — Томск дәүләт университеты (240-сы урын). Башҡортостан уҡыу йорттары араһында Өфө дәүләт авиация техник университеты алда бара. Ул донъя рейтингында 680-се позицияны (Рәсәй вуздары араһында 29-сы урын) биләй. Был исемлектә шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты ла бар.