120 метрлыҡ градусник13.04.2018
120 метрлыҡ  градусникӨфөлә ғәйәт ҙур градусник эшләй башланы. Һауа температураһын аныҡ сағылдырған бейеклеге 100 метрҙан ашыу булған термометр Өфө инженерлыҡ селтәрҙәренең Менделеев урамындағы 27-се ҡаҙанлығының торбаһында урынлашҡан. Хәҙер ҡала халҡы тиҙ арала һауа температураһындағы үҙгәрештәрҙе күҙәтә ала.

Үҙенсәлекле термометрҙы ғинуарҙа һынап ҡаранылар. Өфө инженерлыҡ селтәрҙәрендә әйтеүҙәренсә, бындай идея ҡаҙанлыҡты тулыһынса реконструкциялап, торбалағы яҡтыртҡысты алмаштырыу зарурлығы тыуғас барлыҡҡа килгән. Проектты “ИТ Электро” компанияһы тормошҡа ашырған.
Төҫлө термометр торбаның өс яғында урынлашҡан. Һауа температураһының үҙгәреүенә ҡарап термометр күрһәткестәре лә алмашынып тора.


Вернуться назад