Һыу ғәмһеҙлекте яратмай13.04.2018
Һыу ғәмһеҙлекте яратмай“Һыу менән уттың ҡойроғо юҡ”, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Кеше, ни тиклем аҡыллы һәм һаҡ булмаһын, барыбер тәбиғәт алдында көсһөҙ булып ҡала. Яҙғы ташҡын – ошоно иҫбатлаусы даими дәлил.

Кисә социаль селтәрҙәр, мәғлүмәт ленталары фотолар менән тулды: республиканың төп йылғаһы – Ағиҙел­дә боҙ китте. Ылыҡтырғыс, әммә хәүефле күренеш белгестәр фараз­лағанса, апрелдең тәүге яртыһында башланған, шулай уҡ ошо көндәрҙә боҙ китеү Стәрле, Ашҡаҙар, Дим, Өршәк, Тәйрүк, Бөрө, Көнгөр, Ҡаҫмарт йылғаларында ла теркәлгән.
Ҙур йылғаларҙа быйыл көслө ташҡын көтөлмәһә лә, был күренеш туранан-тура яуым-төшөмдөң күлә­менә лә бәйле. Шуға һыу кимәленең күтәрелеүен яҡынса фаразлап булһа ла, барыбер көтөлмәгән хәлдәргә, тәбиғәттең теләһә ниндәй көйһөҙ­лөгөнә әҙер булыу фарыз. Ошоға бәйле, 10 апрелдә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов яҙғы ташҡынға бәйле көтөлмәгән хәлдәрҙе, халыҡтың тормош тәьминәте систе­маһының, социаль һәм етештереү йүнәлешле ойошмаларҙың эше боҙолоуын иҫкәртеү өсөн Башҡорт­останда юғары әҙерлек режимы индереү хаҡындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы.
Рәсми мәғлүмәттәргә килгәндә, ташҡын төбәктә 1 апрелдә үк башлан­ған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республиканың төрлө төбәктәрендә 400-ҙән ашыу һыу баҫыу осрағы теркәлгән. Төбәктә ташҡынға бәйле хәл 17 тәүлек әйләнәһенә эшләүсе, 40 ваҡытлы пункт күҙәтеүе аҫтында.
Шул уҡ ваҡытта баш ҡалалағы Көньяҡ Урал ботаника баҡсаһы-институты үҙ тарихында беренсе тапҡыр яҙғы ташҡын эҙемтәләре менән көрәшә. Баҡһаң, ирегән ҡар һыуҙары данлыҡлы Ботаника баҡсаһын баҫҡан, теплица һәм оранжереялар һыу аҫтында ҡалған. Ойошма белгестәре әйтеүенсә, үҫемлектәр йөҙөп йөрөй, һыуҙы ярты сәғәт һайын һурҙырып торалар, үҫентеләрҙе ҡоро урынға күсерәләр.
Нисек кенә булмаһын, һәр ҡайҙа ташҡынға әҙерлек юғары кимәлдә булырға тейеш — һыу ғәмһеҙлекте ғәфү итмәй.


Вернуться назад