Заман башҡортон үҫтерәйек11.04.2018
Белорет ҡала-район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе ҙур эш алып бара. Йылына дүрт ултырыш ҡаралған, был йыйылыштарҙа һәр уҡытыусының ҡатнашыуы мөһим. Үткәреләсәк сараларға әүҙемлек, реаль төҫ бирер өсөн план ентекле уйланылып төҙөлә.
Былтырҙан 21 февралдә Халыҡ-ара туған телдәр көнөн киң билдәләйбеҙ. Үткән йыл “Эй, һөйөклө, алсаҡ, ипле туған телем!” тигән темаға асыҡ семинар-фестиваль ҡаланың 20-се мәктәбендә үтте, быйыл иһә 21-се, 17-се белем усаҡтары әүҙемлек күрһәтте.
Ҡаланың үҙәк мәктәптәре һәр яҡтан да алда бара, сөнки төрлө тикшереүҙәр ҙә, инновациялы алымдар ҙа улар аша үтә. Методик берекмәлә район мәктәптәренең эшен әүҙемләштереүҙе төп маҡсатыбыҙ итеп алдыҡ. Быйылғы уҡыу йылының көтөлмәгәнсә киҫкен башланыуы ла быға этәргес булды.
Күңелебеҙ тулы нур, моң булғас, уҡытыусыларыбыҙ ең һыҙғанып эшләүен дауам итә. Район-ҡала, республика йыл уҡытыусыһы конкурсына ла сығалар, төрлө кимәлдәге конференция, семинарҙарҙа ҡатнашып, курс, аттестация үтәләр, уҡыусыларҙың ижади ҡомарын үҫтереүгә көстәрен йәлләмәйҙәр, ғөмүмән, педагогик оҫталыҡтарын камиллаштырыуҙы тәүге баҫҡысҡа ҡуялар. Күрше район педагогтары менән дә хеҙмәттәшлек күпере нығытылған.
Учалыла Салауат Юлаевты һөргөнгә алып киткән урындарҙан йәйәүләп үтеү шул тиклем тетрәндерҙе, Бөрйәндә Шүлгәнташ мәмерйәһенең өсөнсө ҡатын күреү һоҡландырҙы, районыбыҙҙың Ҡаһарман ауылында ятҡан бөйөк бейебеҙ Шәғәли Шаҡман рухына зыярат ҡылыуыбыҙ тарихыбыҙҙың яҡынлығын тойҙорҙо, Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге төп театрыбыҙға барып “Бәхет хаҡы” музыкаль драмаһын тамаша ҡылыуыбыҙ, “Йөрәк һүҙен” ҡарап, йөрәкһенеп ҡайтыуыбыҙ, үҙебеҙ һайлаған уҡытыу предметының абруйын, мөһимлеген иҫбатлап нығытты ғына.
Йөрөгән таш шымара, беҙ ҙә саҡматаштай әүәләнәбеҙ. “Беҙ ҙә булмағас, кем һуң?” тигән девиз менән эшләйбеҙ. Ҡыуандырған эштәребеҙ күберәк. Март айында асыҡ сараларҙың береһе – “Халыҡ аҡылының уҡытыу-тәрбиә эшендә сағылышы” тип аталған семинар-практикум Сермән ауылы мәктәбендә үтте. Тема уңышлы һайланған, Башҡортостандың 100 йыллығына, Ғаилә йылына бағышланған булыуы ла отошло. Популяр “Алтын тирмә” уйыны (бик матур һорауҙарҙы уҡытыусылар үҙҙәре әҙерләгән) еренә еткерелеп уҙғарылды. Уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың байрам бүләге – концерт номерҙары, күмәк бейеү, бүләкләүҙәр – барыһы ла ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Бындай ғәмәлдәр нимәһе менән отошло? Беренсенән, мәктәп коллективы берҙәм эшләһә, икенсенән, ата-әсәләр, уҡыусылар өсөн ул байрамға әйләнә, сөнки һәр береһе ҡатнаша. Етмәһә, өйҙә лә ошо турала ғына һүҙ бара, берәүҙең дә үҙ балаһының йөҙөн ҡыҙартҡыһы килмәй, бар мөмкинлектәрен һалалар. Балалары менән бер энергетик тулҡында булып, шатланалар (хәҙерге заманда был айырыуса мөһим). Өсөнсөнән, уҡытыусылар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, хаталы урындарға анализ яһала. Алға китеш баһалана, асылып бөтмәгән һәләттәр сағыу балҡыш ала.
Эйе, күпме ыңғай, файҙалы мәл-күренеш бирә бындай асыҡ саралар. Туған телебеҙҙең бөйөклөгө, милләттең йөҙө лә, мәҙәниәтебеҙ ҙә ошондай саҡта күренә, һынлана, мәртәбәләнә. Ҡунаҡтар менән аралашыу, һөйләшеү, таныштарың менән күрешеү минуттарын кисереү – үҙе бер тормош. Бөрйән уҡытыусыларының сарала ҡатнашыуы, фекерҙәрен еткереүе, һоҡланыуы – быға асыҡ миҫал.
Милләттәштәрем, күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй, рухиәтте үҫтереүгә төплө аҡыл менән ҡарайыҡ. Ғаиләбеҙҙә генә түгел, ғөмүмән, үҙ-ара ла ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған оло милли мираҫ – башҡорт телендә һөйләшәйек, моңдарыбыҙҙы уртаҡлашайыҡ, бейеүҙәребеҙҙе тергеҙәйек, туған телдең бөйөклөгөн, мөғжизәһен хәлебеҙҙән килгәнсә балаларыбыҙға еткерәйек. Дәрестәрҙә генә телдең бар нескәлеген, аһәңлеген биреп бөтөп булмай.
Был юлдарҙы уҡытыусы булараҡ яҙҙым. Әммә мин – әсәй һәм өләсәй. Балаларыма телемде өйрәткәнемә ҡыуанып бөтә алмайым, күңелем дә, йәнем дә тыныс минең. Хәҙер инде ейәнем менән ейәнсәремде туған телһеҙ ҡалдырмауҙы мөҡәддәс бурысым итеп һанайым. Балаларыбыҙҙы милли мөхитле бала саҡ илендә сәйәхәт итеүҙән мәхрүм итмәйек. Үҙ телеңдә йор һүҙҙәр, кинәйә менән аралашыу ғүмерҙәрҙе тулыландыра. Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ” китабы халыҡсан тәрбиә мәктәбенең асҡысына әйләнһен. Өйҙә күмәкләшеп уҡыуҙар, тәрбиә тураһында әңгәмәләр ойошторайыҡ. Һәр башҡорт ғаиләһендә бер генә дана булһа ла милли матбуғат алдырыу йолаға әйләнһен һәм модала булһын. Ата-әсәнең төп бурысы – уңышлы башҡорт вәкилен тәрбиәләүҙә бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ла юл ҡуймаҫҡа, мәкерле сәйәсәткә бирешмәҫкә.
Зәйнәп СОБХАНҒОЛОВА,
Белорет ҡала-район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе.