Талпан энцефалитынан иммунизация үтергә һуң түгел әле. Бөгөн үк прививка яһатыусыларға ике-өс аҙнанан ҡурҡыныс сир янамаясаҡ.
СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү буйынса республика үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаровтың әйтеүенсә, талпан энцефалитына еңел-елпе ауырыу тип ҡарарға ярамай. “Зарарланыусыларҙың 30 проценты ғүмерлеккә инвалид булып ҡала, 1-2 проценты яҡты донъя менән хушлаша”, — тине ул. Табип тәнгә талпан ҡаҙалған осраҡта анализ тапшырырға һәм иммуноглобулин ҡаҙатырға ҡуша.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 21 — 27 апрелдә Европа илдәрендә иммунизация аҙналығы уҙа. Башҡортостан был сарала етенсе йыл ҡатнаша. Аҙналыҡ барышында һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре барлыҡ көсөн халыҡҡа прививкаларҙың әһәмиәтен аңлатыуға йүнәлтә: уҡыусылар, студенттар, журналистар менән осраша, телефондан “ҡыҙыу бәйләнеш” ойоштора. “Бөгөн прививкаға бер һумын йәлләүсе иртәгә 15 һум аҡсаһын юғалтасаҡ”, — тип йыш ҡабатлай улар. Мәҫәлән, В гепатитына ҡаршы вакцина күп тигәндә 300 һум торһа, был сирҙән тулыһынса дауаланыу бер миллион һумдан ашып китә икән.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Александр Афанасьевтың белдереүенсә, үҙеңә һәм балаңа прививка яһатмау енәйәткә тиң.
— Төрлө хөрәфәткә, имеш-мимешкә ышаныу арҡаһында прививканан баш тартыусылар башҡалар өсөн хәүеф тыуҙыра. Йәмғиәттә йәшәүебеҙҙе онотмаҫҡа, бер-беребеҙ өсөн яуаплылыҡ тойорға тейешбеҙ. Бесәй менән эткә лә прививка яһатып торорға кәрәк, — тине ул “Башинформ” агентлығындағы осрашыуҙа.
Н. ХӘСӘНОВА.