Учалы ҡалаһы һәм районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән берлектә Тиләү ырыуы батыры Ҡарас сәсән исеменә бағышланған традицион уҡ атыу турниры уҙғара.Сара боронғо милли шөғөлдәрҙе тергеҙеү, традицион уҡ атыу йүнәлешен популярлаштырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, йәш быуында милли мираҫыбыҙға ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторола. Милли йолаларға битараф булмаған мәргәндәрҙе бәйгелә ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Cығышы менән Наурыҙ ауылынан булған батырҙың исемен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән күркәм йыйын икенсе тапҡыр ойошторола. Бәйгелә ҡатнашыусылар ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар төркөмдәрендә айырым билдәләнгән һынауҙарҙа мәргәнлектә көс һынашасаҡ. Иң яҡшы тип табылған 30 уҡсы май байрамдарында Учалы районының Наурыҙ ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Абдулнасир Наурыҙов иҫтәлегенә арналған район һыбай уҡ атыу турнирында ҡатнаша аласаҡ.
Мәртәбәле бәйге 14 апрелдә райондың Уральск ҡасабаһында була. Тулыраҡ мәғлүмәт – “Бәйләнештә” селтәренең https://vk.com/mergenyk һәм https://vk.com/club163452406 төркөмдәрендә.