Йылы мөхиттә үҫһен бала11.04.2018
Йылы мөхиттә үҫһен балаТаң ата. Бөтә халыҡты йоҡоһонан уятырға теләгәндәй, әтәстәр һөрән һала. Ә йылы өйҙә тәмле еҫ танауҙы ҡытыҡлай. Әсәй кеше наҙлы һүҙе менән сабыйын уята.
Балам, торорға ваҡыт!
Үкенескә ҡаршы, бөтә сабыйҙарға ла ата-әсәһенең йылы ҡосағында иркәләнеп үҫеү бәхете эләкмәй. Берәүҙәр ниндәйҙер фажиғә арҡаһында етем ҡалһа, икенселәрҙең ата-әсәһе шешә менән дуҫлашҡан. Бындай ғибрәтле яҙмыштарҙы булдырмаҫ өсөн ни эшләргә? Ниндәй тәрбиә саралары күрергә кәрәк?



Ошо юҫыҡта Исмаил урта мәктәбендә тәрбиә эшенә етди әһәмиәт бирелә. Әйт­кән­дәй, Исмаил – районда иң өлгөлө белем усаҡтарының береһе. Мәктәп директоры Илшат Синәғәтов, тәүге йыл ғына директор вазифаһында булһа ла, күп эш башҡа­рырға өлгөргән. Йылы бәҙрәф төҙөлгән, тамаша залына йомшаҡ ултырғыстар ҡуйылған.
Балаларҙы матур әҙәбиәт, унда һүрәт­ләнгән ваҡиғалар, геройҙар ярҙамында, уларҙың тормош һынауҙарынан сығыу юлдары хаҡында әңгәмәләр аша тәрбиә­ләү — уҡытыусыларҙың төп маҡсаты. Баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булды­рыл­ған. Заманса йыһазландырылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты бар. Уҡытыусылар Рәмилә Шаниязова, Эльнар Шәрифуллин, Айгөл Ғәлиева, Айгөл Шаниязова, Эльвира Насирова ла балаларға төплө белем биреү йәһәтенән көсөн йәлләмәй.
Тел дәрестәрендә төрлө мәҙәни, милли саралар үткәреү, халыҡ ижадын ҡул­ла­ныу, һүҙлектәр менән эш итеү дөрөҫ аҙым буласаҡ. “Һәр дәрестә ниндәйҙер бер компонент, ерле компонент өҫтөндә эшләгәндә лә уҡыусыла илһөйәрлек рухы, үҙ теле менән ғорурланыу хисе уята”, — ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыу­сылары Гүзәлиә Закирова менән Лилиә Ҡашҡарова.
Ауылдағы сәнғәт мәктәбендә лә ба­лаларҙың һәләтен үҫтереүгә, уларҙа ғаилә тойғоһо тәрбиәләүгә етди иғтибар бирелә.
Мәктәптә 1994/95 уҡыу йылынан башлап Гүзәлиә Закирова етәкселегендә “Тирмәкәй” ижади түңәрәге эшләй. Унда төрлө милләт балалары бик теләп йөрөй. Түңәрәктә улар башҡортса һөйләшергә өйрәнә, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте менән таныша. Бында китаптар, гәзит-журналдар алдырып уҡыуҙың әһәмиәте хаҡында ла фәһемле һөйләшеүҙәр алып барыла.
Уҡытыу, белем биреү тәрбиә менән тығыҙ бәйләнгән. Тәрбиәүи эш сараларын туған телдә ойоштороу матур традицияға әүерелгән. Мәктәптә башҡорт теле, әҙәбиәте аҙналыҡ­тары, яҙыусылар менән осрашыуҙар, кисәләр, Шәжәрә байрамдары ойошторола. Ә бына сираттағы сараны улар Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдыр­ма, әсәй!” китабына бағышланы. Кисәгә автор үҙе, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров, республика башҡорт-ҡатын ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе урын­баҫары Гөлфиә Юламанова ла килде.
Күренеп тора: уҡытыусылар ҙа, уҡыу­сылар ҙа байрамға ентекле әҙерләнгән. Китапханасылар Сания Мөнирова менән Гөлназ Сафина “Әҙәбиәт менән беҙ бергә” тигән фәһемле, бай күргәҙмә әҙерләгән. Балаларҙың ҡул эштәре лә урын алған.
Осрашыу йәнле барҙы. Фәнзил Санъяров Айгизде студент сағынан белә икән.
– Яҡшы уҡыны, ихлас әңгәмәсе булды. Ваҡытын бушҡа уҙғарманы. Әҙәби китаптарҙы күп уҡыуы менән бүтәндәрҙән айырылып торҙо, — тип һүҙ башланы ул. — Тап шуға ла уның менән бөтә темаға ла рәхәтләнеп һөйләшергә мөмкин ине. Белеүегеҙсә, Айгиз ағайығыҙға һеҙҙең кеүек йылы йортта, атай менән әсәй ҡосағында иркәләнеп йәшәү бәхете эләкмәй. Балалар йортондағы үҙ-ара мөнәсәбәтте китап аша яҡшы беләһегеҙ. Мәҫәлән, унда туғыҙынсы кластан һуң барыһын да һөнәрселек училищеларына ебәрәләр. Әммә Айгиз, үҙ маҡсатына тоғро ҡалып, барыбер ун беренсене тамамлап, университетҡа уҡырға инә. Һеҙ ҙә киләсәктә тормош һынауҙарына бирешмәй, ысын кеше булып үҫегеҙ, туған телегеҙҙе яратығыҙ.
Гөлфиә Марс ҡыҙы “Туған тел — халыҡтың хазинаһы” тигән темаға сығыш яһап, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан Зарема Хажи­е­ваға, Фәниә Сәғәҙиеваға, Земфира Хәкимоваға йәмғиәттең маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар “Ҡал­дыр­ма, әсәй!” китабынан бер нисә өҙөктө сәхнә­ләштереп күрһәтте. Илнар Хәкимов, Аделина Ҡашҡарова, Радим Ғәлиев, Тимур Ханов, Ильяс Сәрүәров үҙ ролдәрен бигерәк килештереп баш­ҡарҙы. X класс уҡыусыһы Лилиана Ҡаш­ҡарова, “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе булараҡ, үҙенең шиғырын һөйләне.

Дүртөйлө районы.


Вернуться назад