Ауылда эш хаҡы күпме?11.04.2018
Былтыр Башҡортостанда ауыл хужалығы тармағында эш хаҡы 17691 һум булған, тип хәбәр итте республиканың ошо йүнәлештәге министрлығы.

Благовещен һәм Өфө райондарында иһә агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәле, республика буйынса ҡарағанда, күпкә юғары — 28 858 һум. Саҡмағош, Дүртөйлө, Шишмә, Благовар, Әлшәй, Ғафури, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондарында уртаса айлыҡ эш хаҡы 20 019 һум тәшкил иткән.
2017 йылда 21 районда ауыл хужалығында эшләүселәрҙең уртаса эш хаҡы 15 739 һум булған, 23-өндә — уртаса 12 093 һум.
Былтыр ғинуар – декабрҙә ойошма хеҙмәткәрҙәренең, шул иҫәптән бәләкәй эшҡыуарлыҡта, уртаса хеҙмәт хаҡы 30 149 һумға еткән. Был 2016 йылға ҡарағанда 6,7 процентҡа күберәк.


Вернуться назад