Сирена яңғыраһа...11.04.2018
16 апрелдә Башҡортостанда халыҡҡа махсус хәбәр итеү системаларының эше тикшереләсәк.

Был көндә электр сиреналары ҡабыҙыласаҡ. Радио һәм телевидение каналдарында барған программаларҙы туҡтатып тороп, “Барығыҙға ла иғтибар! Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы халҡы һәм ҡунаҡтары! Хәбәр итеү системаһын техник тикшереү үткәрелә! Тәртип һәм тыныслыҡ һаҡлауығыҙҙы һорайбыҙ!” тигән белдереү тапшырыласаҡ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, техник сара яҙғы ташҡынға һәм янғын хәүефе юғары булған осорға әҙерлек барышында ойошторола.


Вернуться назад