Ҡомарлы уйын хәүефле11.04.2018
Дәүләт Думаһы ҡабул иткән һәм Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған “Лотереялар тураһында”ғы Федераль закондың 6.1-се һәм 20-се статьяларына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Федераль закон
7 апрелдә ғәмәлгә инде. Ул бәлиғ булмаған граждандарға лотерея билеттарын һәм квитанцияларын һатыуҙы, уларҙан ставкалар ҡабул итеүҙе һәм отҡан аҡсаны түләүҙе тыя.


— Был сара бөтә төбәктәр өсөн дә әһәмиәтле, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Төрлө лотерея клубтары, ставкалар ҡабул итеү пункттары көндән-көн күбәйә бара. Ҡомарлы уйынды ыңғай социаль күренеш тип әйтеп булмай. Дәүләттең бурысы — уны контролдә тотоу, йәмғиәттә ошоноң менән бәйле кире хәл-ваҡиғаларҙы кәметеү. Айырыуса был мөхиткә балаларҙы йәлеп итеүгә кәртә ҡуйыу шарт.
Константин Толкачев әйтеүенсә, лотерея һәм уйын бизнесын көйләү саралары федераль кимәлдә генә түгел, төбәк күләмендә лә күрелә.


Вернуться назад