Бөгөндән ин дә йәшә!11.04.2018
Бөгөндән ин дә йәшә!Учалы ҡалаһында йәнә бер социаль йорт төҙөлөп бөттө. Быға тиклем,
2014 – 2015 йылдарҙа, ошондай типтағы өс торлаҡ файҙаланыуға тапшырылғайны. Федераль һәм республика бюджеттары ярҙамында төҙөлгән биш ҡатлы бер подъезлы өйҙә бер һәм ике бүлмәле утыҙ фатир иҫәпләнә. Уларҙың иң бәләкәйенең майҙаны
32 квадрат метр булһа, иң ҙурыныҡы
50 квадрат метр тәшкил итә.


Төҙөлөш эштәрен урындағы “Союз” компа­нияһы башҡарған. Подрядсылар бурыстарына яуаплы ҡарап, объектты ваҡытында һәм сифатлы итеп тапшырған.
14 фатир асҡысы етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балаларға, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға, инвалид бала үҫтергән ғаиләләргә һәм “Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ” програм­маһында ҡатнашыусыларға бирелде.
— Бөгөн бөтә Учалы өсөн ҡыуаныслы һәм иҫтәлекле көн. Ҡалабыҙҙа йәнә бер социаль йорт файҙаланыуға тапшырыла. Өй туйлау­сыларға бәхетле һәм етеш тормош теләйем, — тип телмәр тотто район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов. Ул шулай уҡ “Союз” компанияһы хеҙмәткәрҙәренә хакимиәт исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Диана Сафиуллина өс йәшендә үкһеҙ етем ҡала һәм туғандары ҡарамағында тәрбиәләнеп үҫә. Мәктәпте тамамлағас, Силәбе ҡалаһында стилист-визажист һөнәренә уҡып диплом ала. Бөгөн ул вахта ысулы менән Себерҙә эшләй.
— Бала сағымдан, ҡасан үҙемдең яҡты һәм йылы йортом булыр икән, тип хыялландым. Бына, ниһайәт, тыуған көнөмә бүләк – фатир асҡысын ҡулыма алдым, — тип шатлығын йәшермәй Диана. – Йортҡа иң тәүҙә бесәй индерәләр тиҙәр, вахта ысулы менән эшләгәс, ысын мыяубикә урынына әлегә мине ҡарап үҫтергән әбейем бүләк иткән ошо уйынсыҡ бесәйҙе индереп торам инде, — ти ул, йылмайып.
Азат Хафизов оҙаҡ йылдар дөйөм ятаҡта бүлмә яллап йәшәй. Ниһайәт, уның да үҙ ҡыйығы булды.
— Дүрт һаны минең өсөн бәхетле һан, фатирым да 4-се буласаҡ. Йортом миңә бик оҡшай — йылы, яҡты, иркен. Хәҙер йыһаз һатып алып урынлаштырам да һөйгән ҡыҙымдың ҡулын һоратасаҡмын, — тип пландары менән бүлеште егет.
Миндәк ҡасабаһынан таш киҫеүсе булып эшләгән Илсур Мырҙабаев та йорт туйлаусылар иҫәбендә. Уның әлеге көндә һалдат бурысын үтәгән ҡустыһы Айнур ҙа ошо программа сиктәрендә фатирлы булған. Һеңлеһе Айһылыу — сығарылыш класы уҡыусыһы, ул да фатир алыуға сиратта тора.
— Етем, ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙы даими хәстәрләгән дәүләткә тик рәхмәт һүҙҙәре генә әйтке килә. Бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙа ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү тураһында ла уйлай башларға ваҡыт, — ти Илсур.
Фатир асҡысын алыусыларҙың шатлыҡтары, хис-тойғолары урғылып торҙо был көндә. Шулай булмай ни, һәр фатирға тулыһынса ремонт эшләнгән, бөгөндән ин дә йәшә. Пластик тәҙрәләр, алюмин йылылыҡ радиаторҙары кеүек заманса төҙөлөш конструкциялары ҡуйылған, иҙәндәргә линолеум түшәлгән, стеналарға матур обойҙар йәбештерелгән. Йорт “зәңгәр яғыулыҡ” ярҙамында йылытыла. Һәр фатирға айырым газ ҡаҙанлығы урынлаштырылған, температура режимын фатир хужаһы үҙе көйләй аласаҡ.
Йортта йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген дә күҙ уңынан ысҡындырмаған төҙөүселәр: газ еҫе таралыу ихтималлығын иҫәпкә алып, махсус вентиляторҙар ҡуйылған, янғынға ҡаршы сигнализациялар ҙа урынлаштырылған.
Йорт тыштан да бик күркәм. Балҡып, әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Күркәм йортта күркәм ғаиләләр йәшәһен, тип теләргә генә ҡала.


Вернуться назад