Халҡыбыҙҙың көсө уның ныҡлы, рухлы ғаиләләренән башлана. Районда милләт ғорурлығы булған күркәм башҡорт ғаиләләре бихисап. Тирмән ауылынан Әлибаевтар тап шундайҙарҙан.Алик Әхтәм улы һәм уның ҡатыны Гөлсинә Рәмил ҡыҙы икеһе лә Тирмән ауылынан. Ғаилә башлығы колхозда механик, һуңынан Боксит коррекция мәктәп-интернатында тәрбиәсе, тимер юл станцияһында монтер, бригадир һәм башҡа урындарҙа эшләй. Бөгөн ул Себерҙә вахта ысулы менән тир түгә. Ҡатыны колхозда иҡтисадсы, баш бухгалтер, шулай уҡ Боксит коррекция мәктәп-интернатында бухгалтер була. Бөгөн ул – Тирмән ауылы биләмәһенең эштәр идарасыһы. Икеһе лә тырыш хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Әлибаевтар 30 йыл иңгә-иң терәп, бер-береһенә терәк булып донъя көтә. Улар ғаилә ҡотон һаҡлауға, төрлө ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкәндәргә илһөйәрлек, эскерһеҙлек, тоғролоҡ, ябайлыҡ, кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ һәм башҡа ыңғай сифаттар хас, тиҙәр. Әлибаевтар, ике балаға ғүмер биреп, уларҙы ысын шәхес итеп тәрбиәләй. Улдары Анил, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлап, әле уңышлы эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Алина Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетында белем ала. Бөгөн улар икеһе лә үҙ ғаиләләрен ҡорған. Алик Әхтәм улы һәм Гөлсинә Рәмил ҡыҙы олатай, өләсәй булыу бәхетенә лә өлгәшкән.
Өлгөлө ғаилә йорт тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡсала йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә. Башҡорт рухлы, ошондай өлгөлө ғаиләләр районыбыҙҙа күберәк булһын ине.
Салауат районы.