2016 – 2020 йылдарҙа уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү, йәш граждандарҙың хеҙмәт баҙарында социаль яраҡлашыуы буйынса комплекслы саралар планына ярашлы Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Әбйәлил районы хакимиәте менән берлектә “Идеяларҙан – эшкә!” тип исемләнгән республика мәғлүмәт акцияһы үткәрҙе.Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, Йылайыр райондарынан, Баймаҡ, Учалы, Белорет, Межгорье, Сибай ҡалаларынан меңгә яҡын сығарылыш класы уҡыусыһын Ташбулат урта мәктәбенең “Йәйғор” өлгөлө бейеү ансамбле һәм “Гөлнәзирә” фольклор коллективы сағыу сығыштары менән ҡаршы алды.
Сараны асыу тантанаһында Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ф.Р. Шәйхисламов уҡыусыларҙы иҡтисади яҡтан ҡеүәтле предприятиелар етәкселеге һәм вәкилдәре менән осраштырыу, уларҙың эшмәкәрлеген күрһәтеү, көньяҡ-көнсығыш төбәктәге уҡыу йорттарында ниндәй һөнәрҙәр буйынса белем алырға мөмкин икәне хаҡында тулы мәғлүмәт биреү һәм башҡа йәһәттән акцияның мөһимлеген билдәләне.
– Кем булырға? Ошо һорау алдында торған йәштәр тәү сиратта хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж барлығын иҫәпкә алырға тейеш, – тине Фәнүр Рәфис улы. – Әлеге акция уларға аныҡ фекергә килергә булышлыҡ итер, дөрөҫ йүнәлеш күрһәтер тигән ышаныстамын. Һөнәр һайлағанда етди уйлағыҙ. Был ҡарарға бөтөн хеҙмәт юлығыҙ, тормошоғоҙ бәйле буласағын онотмағыҙ.
Акция, тотош районға киң йәйелдерелеп, әүҙем барҙы. Мәҫәлән, “Калейдоскоп” ял үҙәге холында ойошторолған бай күргәҙмәлә уҡыусылар теге йәки был һөнәргә бәйле тулы мәғлүмәт алды, һәр эштең айырым үҙенсәлектәре менән танышты. Йәштәр, ҡыҙыҡһынып, янғын һүндереүселәрҙең костюмын кейеп ҡараны, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса белемен ғәмәлдә күрһәтте. Әбйәлил юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы, район хакимиәтенең эске эштәр бүлеге, үҙәк дауахана, “Красная Башкирия” хужалығы, “Яҡтыкүл” шифаханаһы, “Селена” урман сәнәғәте компанияһы, Күсем руднигының янғын һүндереү часы, “Экстрим” турист базаһы, кейеҙ-быйма баҫыу цехы һ.б. мәғлүмәти стенд, слайд, буклеттар һәм продукция күргәҙмәләре аша үҙ эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, һорауҙарға төплө яуап ҡайтарҙы.
Тыуған ерҙән йыраҡҡа китмәйенсә лә яҡшы һөнәр алырға мөмкин. Быны республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә урынлашҡан уҡыу йорттарының күргәҙмәләре йәнә бер ҡат раҫланы. Мәҫәлән, БДУ-ның Сибай институтындағы технология факультеты вәкилдәре үҙҙәрендәге белем биреү йүнәлештәре, ниндәй фәндәр буйынса БДИ тапшырыу кәрәклеге хаҡында белешмәләр, буклеттар таратты. Материалдарҙы художестволы эшкәртеү технологияһы бүлеге студенттарының аҫылташтарҙан яһаған һоҡланғыс ҡул эштәре айырым иғтибарға лайыҡ ине. Сибай медицина, Белорет металлургия, Урал аръяғы агросәнәғәт колледждары күргәҙмәләре лә файҙалы һәм мауыҡтырғыс булды. Әбйәлилдә ашнаҡсы-кулинар һөнәрен үҙләштергән студенттарҙың бешереп, ҡупшы итеп өйгән 25 килограмлыҡ бауырһағы, буласаҡ иретеп йәбештереүселәр яһаған теплица макеттары һәм башҡа ҡул эштәре сараға үҙенсәлекле йәм өҫтәне.
Уҡыу йорттарының агитбригадалары үҙ белем усағын сағыу сығыштары менән дә данланы. Барыһы ла, шул иҫәптән Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы студенттары ла йөкмәткеле, мауыҡтырғыс тамаша күрһәтте. Был уҡыу йортонда иретеп йәбештереүселәр, ашнаҡсы-кондитерҙар, автомеханиктар, тракторсы-машинистар, һатыусылар әҙерләнә. Сал тарихлы Сибай педагогия колледжы агитбригадаһы иһә үҙ сығышында уҡытыусы һөнәренең абруйын, мөһимлеген, мәңгелеклеген сағылдырҙы. Күптәрҙең “визитка”һы видеояҙмаға төшөрөлгәйне.
Артабан уҡыусылар, төркөмдәргә бүленеп, “Һөнәрҙәр навигаторы” квест-уйынында ҡатнашты, компьютерҙа тест һорауҙарына яуап ҡайтарҙы, “оҫталыҡ дәресе” тыңланы. Мәшғүллек үҙәктәре инспекторҙары, мәғариф учреждениелары белгестәре семинарҙа ҡатнашты, унан “Белем биреү һәм яңы форматта кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрендә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек” проекты эшенә ҡушылды.
Әбйәлил районы.