Ҡоро ағастың емеше юҡ тиһәләр ҙә...10.04.2018
Ҡоро ағастың емеше юҡ тиһәләр ҙә......Урман буйында үҫкән кеше белә: ҡоро-һары ботаҡтар, кипкән ағастар хужалыҡ хәстәрҙәрен теүәлләгәндә бик тә кәрәкле нәмә. Өйҙө йылытырға тиһеңме, мунса яғырғамы – ифрат уңайлы һәм арзан йылылыҡ сығанағы. Әммә... Әлегә тиклем урмансылыҡ ҡануниәте буйынса үрҙә телгә алынған ағастарҙы йыйыу законға ҡаршы барған баш-баштаҡлыҡ тип атала һәм кеше ике йылға тиклем хөкөмгә тарттырылыуы ихтимал ине. Ә ҡоро-һары йыйыу өсөн урындағы властарҙан рәсми рөхсәт юллау 120 көнгә тиклем һуҙылыуы мөмкин: уға тиклем тотош бер миҙгел үтеп китә түгелме?


Олораҡ быуын хәтерләүенсә, элегерәк урмандан ҡороған ағас-ботаҡтарҙы йыйып алып ҡайтыу тыйылмаған, ошо рәүешле кешеләргә лә, тәбиғәткә лә файҙа килтерелгән.
Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса иһә рөхсәтһеҙ ҡоро-һары йыйған өсөн (хатта уларҙан усаҡ яғып, тәбиғәттә ял итеү өсөн дә) кешене ике йылға төрмәгә оҙатыу башҡа һыймаҫлыҡ хәл тойолһа, икенсе яҡтан, урмандарҙың ҡороған ағастар менән тулыуы – бер генә санитар һәм экологик ҡалыптарға ла һыймаған күренеш. Урман кипкән ботаҡтар, ағастар менән тулған һайын, ул төрлө үҫемлек сирҙәренең артыуына, тимәк, һау ағастарҙың да зарарланыуына һәм артабан ҡороуына килтерә. Унан тыш, туҙып ятҡан ҡоро ағастар янғын сығыу ихтималлығын бермә-бер арттыра, йыл да тап ошо сәбәп менән меңдәрсә гектар урмандың көлө күккә оса.
Был проблемаға иҡтисади йәһәттән баҡҡанда, утындың ҡиммәтлеген барыбыҙ ҙа белә. Бер йөктөң меңдәрсә һум тороуын, күпселек пенсионерҙарҙың, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең утын һатып алыу мөмкинлегенән мәхрүм икәнлеге лә мәғлүм. Ә урман биргән тәбиғи байлыҡ был мәсьәләне бушлай хәл итер ине...
Ҡыҫҡаһы, ошо көндәрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа ҡабул иткән, халыҡҡа үҙ мәнфәғәтендә ҡулланыу өсөн урмандағы ҡоро-һары ағастарҙы йыйыуға хоҡуҡ биргән яңы Закон – ифрат урынлы һәм ваҡытлы сара. Ул 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк һәм кешеләргә властарҙан рөхсәт ҡағыҙы юлламайынса урмандан кипкән ағастарҙы, ҡоро-һары ботаҡтарҙы хужалыҡта ҡулланыр өсөн алып ҡайтырға рөхсәт итәсәк.
Әйткәндәй, был закон проектын эшләүҙә 70-тән ашыу парламентарий ҡатнашҡан, авторҙар араһында яҡташыбыҙ, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та бар.
– Закон бигерәк тә ауыл халҡы өсөн ҡулай. Әлеге ваҡытта улар урмандан ҡороған ағастарҙы йыйыуға рөхсәт алыу өсөн район үҙәгенә барырға, бихисап аҡса түләп документ юлларға мәжбүр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл кешеләренә ҡоро-һарыны рөхсәтһеҙ йыйған өсөн штраф һалыу осраҡтары ла бихисап. Был хаҡта һайлаусылар менән осрашҡанда ла күп тапҡыр һөйләшелде, – ти ул.
Унан тыш, Йәмәғәт халыҡ фронты алдынғылары был законды артабан камиллаштырырға тәҡдим итмәксе. Улар йорттары үҙәк йылытыу системаһына тоташтырылмаған социаль яҡлауһыҙ граждандар категорияһын (пенсионерҙар, инвалидтар һәм башҡалар) ҡырҡылған ағас менән тәьмин итеү мөмкинлеген тормошҡа ашырмаҡсы.




Вернуться назад