25 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡала янында пассажирҙар һәм йөк ташыуҙы ойоштороу, шулай уҡ Волга буйы федераль округында тимер юл транспортына бәйле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Рәсәйҙең транспорт министры Игорь Левитин, “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Владимир Якунин һәм Волга буйындағы төбәктәрҙең етәкселәре булды.
Сарала тарифтар, льготалы юл хаҡын билдәләү, күсмә составты файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, шулай уҡ Волга буйы төбәктәрендә “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәтенең инвестиция эшмәкәрлеге тураһында һүҙ барҙы.
Башҡортостанда йыл һайын 4,5 миллиондан ашыу кеше ҡала яны тимер юл транспортында йөрөй. Транспорттың был төрөндә уҡыусылар, студенттар һәм граждандарҙың айырым категориялары (хеҙмәт ветерандары, пенсионерҙар, сәйәси золом ҡорбандары) өсөн юл хаҡына 50 процентлы ташлама ҡаралған.
Республикала “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте менән берлектә “Өфө” станцияһындағы тимер юл вокзалын реконструкциялау” инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Былтыр төҙөлөштөң тәүге сираты реконструкцияланған, йәмғеһе 3 миллиард һумлыҡ эш башҡарылған. Төҙөлөштөң икенсе сираты (ҡунаҡханалы яңы вокзал бинаһы, күп ҡатлы автоҡуналҡа, ер аҫты үткәүеле) 1,1 миллиард һум күләмендә баһалана.
Республиканың тимер юл вокзалдарында пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифатын яҡшыртыу өсөн былтыр декабрҙә Башҡортостан Хөкүмәте менән “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте араһында Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Яңауыл, Сибай, Салауат, Белорет ҡалаларындағы һәм Аксаков ауылындағы тимер юл вокзалдарын реконструкциялау проекттарын берлектә тормошҡа ашырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.