Ғорурланыр үткәнебеҙҙе һаҡлай, яҡлай, данлай беләйек!06.04.2018
Ғорурланыр үткәнебеҙҙе һаҡлай, яҡлай, данлай беләйек!Ирек Байышев “Яугир даны яулай донъяны” тигән мәҡәләһендә (“Башҡортостан”, 2018 йыл, 26 ғинуар) Нидерланд короллегендә “Төньяҡ амурҙары”на һәйкәл асылыуы тураһында бәйән итте. Был ваҡиғаны сағылдырған фотолар Интернетта ла бирелде. Һәйкәле лә ниндәй бит әле: Эйссел йылғаһын йөҙөп сыҡҡан һыбай башҡорт яугире, Бородинонан Европа илдәре аша үтеп, нидерландтарҙы француздарҙан азат итергә ашыға! Рәсәй армияһы менән бергә илбаҫарҙарҙы Парижға тиклем ҡыуып, еңеү яулаған “Төньяҡ амурҙары”н тотош Европа белә, бөгөн дә ихтирам менән хәтерендә һаҡлай. Нидерландтар ҡуйған мөһабәт һәйкәл – шуның сағыу кәүҙәләнеше.

Ә беҙҙә нисек һуң? Миңә ошо уңайҙан мәҡәлә авторының “Ә Өфөнөң үҙендә Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1813 – 1814 йылдарҙағы походтарҙа ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренә һәйкәл юҡ. Был – ҙур ғәҙелһеҙлек! Оят хатта!” тигән йөрәккә үтер фекеренә нимәлер өҫтәү ҡыйын. Әйтелгәндәрҙе ҡеүәтләп, 2012 йылда Ватан һуғышының 200 йыллығын билдәләүгә бәйле фекерҙәремде еткерәм.
Бөтөн илебеҙ өсөн был мөһим юбилей Рәсәй Президенты Указына таянып үткәрелде. Республика кимәлендә лә юғарыла раҫланған планға ярашлы саралар уҙҙы. Бында, ниһайәт, 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыу ҙа ҡаралғайны. Әммә ул сара ойошторолоуға күпме ваҡыт үтте, ә һәйкәл юҡ.
Донъя кимәлендә дан яулаған яугир­ҙәребеҙ менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ, уларҙың батырлығын мәңгеләштерергә бурыслыбыҙ! Рәсәйҙең регуляр армияһы менән бер ҡатарҙан 1812 йылғы Ватан һуғышы тарихына ингән, еңеү яулаған Дон казактары һәм һыбайлы башҡорт полктарына тиңләшерлек тағы кемдәр бар?
Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа урындарында ла илебеҙ азатлығы өсөн берҙәмлекте сағылдырған стелалар, һәйкәлдәр ҡуйылһа, йәштәр күңелендә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү йәһәтенән артыҡ булмаҫ ине.
Өфөлә халҡыбыҙ яҙмышындағы мөһим тарихи ваҡиғаларға бағышланған Халыҡ­тар дуҫлығы, Салауат Юлаев һәйкәлдәре баш ҡалабыҙҙың ғына түгел, барлыҡ Башҡортостандың брендына әйләнде. Улар Совет осоронда төҙөлдө. Башҡорт яугирҙәренең 1812 йылдағы Ватан һуғы­шында Рәсәйҙең азатлығы өсөн йән аямай алышыуы, башҡа походтарҙа күрһәткән батырлыҡтары хөрмәтенә ябай һәйкәл түгел, ә мемориаль комплекс булдырыу күҙаллана. Ул юғарыла әйтелгәндәр рәтен­дә тағы ла бер тарихи ысын­барлыҡты кәүҙәләндерергә тейеш. Был – бөгөнгө быуын­дың оло бурысы. Ҡаһарман яугир­ҙәребеҙ алдында гонаһҡа әйләнгән вайым­һыҙлыҡтың сиге булырға тейештер бит.
Тағы ла бер мөһим ваҡиға – Башҡортос­тан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы байрам сараларына бәйле һүҙем бар. Милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре 1917 йылдың башынан уҡ бик ҡатмарлы, көсөргәнешле шарттарҙа Рәсәйҙә төбәгебеҙҙең ерле автономияһы өсөн көрәшеп, 1920 йылдың 20 мартында килешеүгә ҡул ҡуйыуға өлгәшә. Шулай итеп, Башҡортостан илебеҙҙә беренсе автономиялы республика булып, федератив дәүләтселеккә юл яра, башҡа милли төбәктәргә өлгө күрһәтә. Ошо уңайҙан 2016 йылдың 17 июлендә үк Рәсәй Президенты В.В. Путин “Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Артабан төбәк Башлығы, Хөкүмәт тарафынан тейешле күрһәтмәләр бирелеп, саралар планы раҫланды. Икенсе йыл инде оло юбилейға бағышланған төрлө йүнәлештәге эштәр башҡарыла. Уларҙың үтәлешенә ҡағылмай, Рәсәй Президенты Указының 3-сө пунктына бәйле фекерҙә­ремде еткерәм. “Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек һәм уны үткәреү сараларында ҡатнашырға тәҡдим итергә” тиелгән унда.
Был иһә башҡорттар элек-электән күпләп йәшәгән тарихи ерҙәрҙә – хәҙерге Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Пермь, Свердловск, Ҡурған өлкәләрендә, Татарстанда – әһәмиәтле эштәр башҡа­рыу, байрам саралары үткәреү мөмкин­леген аса. Һис һүҙһеҙ, был тәңгәлдә урын­дағы милләттәштәребеҙ, ижтимағи ойошмалар, башҡорт ҡоролтайҙары, Президент Указына таянып, әүҙемлек күрһәтергә, башлап йөрөргә тейеш. Әлбиттә, эштең власть органдары менән бергә, хеҙмәт­тәшлек шарттарында башҡарылыуы мөһим.
Киң мәғлүмәт сараларынан күренеүен­сә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йының Башҡарма комитеты ағзалары был төбәктәрҙә мәҙәни саралар үткәреүҙә ҡатнаша. Республиканың 100 йыллығына бәйле күпмелер сығым бүленеп, ул ерҙәрҙә тыуып үҫкән, төбәгебеҙ, илебеҙ мәнфәғәтендә ҙур эштәр башҡарған арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен, мөһим тарихи ваҡиғаларҙы халыҡ хәтерендә мәңгеләштереү уңайынан мемориаль таҡтаташтар, стелалар, һәйкәлдәр асылһа, музейҙар ойошторолһа, бик файҙалы һәм фәһемле булыр ине.
Әле лә башҡорттар күп йәшәгән Ырымбур өлкәһенән бер-ике миҫал килтерәйек. Ундағы Туҡсоран буйындағы башҡорт ауылдарының береһе Юлтыйҙа әҙәбиәте­беҙ классигы, күренекле мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтый тыуып үҫкән, Үрге Ильяс иһә – рухи донъябыҙ маяғы, халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғо­ловтың изге төйәге. Илем, ерем, халҡым тип янып-көйөп йәшәп, ижад итеп, фажиғәле яҙмышҡа дусар булған бөйөк әһелдәребеҙгә тыуған ауылында һаман һәйкәл ҡуйылмауы – вайымһыҙлығыбыҙ билдәһе.
Мөхәмәтша Буранғоловтың милли ҡомартҡыбыҙ “Урал батыр”ҙы яҙыуҙа беркетеп һаҡлап ҡалыуы, артабан эпостың донъя кимәлендә танылыу яулауы ғына ни тора! Һанай китһәң, Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫеп, халҡыбыҙға, Башҡортостаныбыҙға хеҙмәт итеп, уның данын күтәргән Ғабдулла Амантай, Мөхәммәтхан Ҡулаев, Сәғит Агиш, Рауил Бикбаев кеүек күпме ил ағалары, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланабыҙ.
Туҡсоран буйы башҡорттары, беҙ күрмәгән бихисап ҡыйынлыҡтарға, сикләүҙәргә ҡарамай, бөгөн дә өлгө күрһәтерлек итеп йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер район ҡоролтайҙары етәкселәре менән аралашҡанда өлкәләге милли ойошмалар эшмәкәрлегенең һуңғы йылдарҙа ныҡ һүлпәнәйеүе тураһында һүҙ барҙы. Мәҫәлән, үткән йыл башынан хатта “Каруанһарай” гәзитен сығарыу ҙа туҡталған. Сәбәбе: өлкә бюджетынан дотация бүленмәгәс, баҫманы район һәм ҡалаларға таратыу күтәргеһеҙ сығым талап итә. Беҙ Ырымбур башҡорттары йәмәғәт­селегенә, урындағы власть органдары менән дә һөйләшеп, ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ, тип уйлайым. Әйтәйек, республикаға 100 йыл тулыу байрамына әҙерлек һәм уны үткәреү барышында өлкәләге милләттәштәребеҙ йәшәгән район һәм ҡалаларҙа ҡоролтайҙар үткәреп, урындағы эшмәкәрлекте әүҙемләштереп ебәрергә мөмкин. Был сараларҙа беҙҙән делегациялар күпләп ҡатнашһа, бигерәк тә файҙалы, фәһемле булыр ине.
Ырымбур ҡалаһы, белеүебеҙсә, Баш­ҡорт­ос­тан тарихына айырыуса яҡын, айырылғыһыҙ бәйле. 1917 йылдың июлен­дә унда беренсе башҡорт ҡоролтайы үтә, Үҙәк шура ойошторола. Артабан Ырымбур Башҡортостан автономияһын төҙөүгә бәйле бик ҡатмарлы һәм көсөргәнешле мәсьәләләр, хәрби көс ҡулланыуға барып еткән бәрелештәр, көрәш майҙанына әйләнә. XVIII – XIX быуаттарҙа көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн был ҡаланың мәркәз үҙәге булғанын да оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Яугирҙәребеҙҙең Рәсәй мәнфәғәтендәге хеҙмәте лә Ырымбур менән бәйле.
Әммә ошо боронғо башҡорт ерендә халҡыбыҙ тарихындағы айырыуса мөһим ваҡиғаларҙы кәүҙәләндергән күҙгә салынырлыҡ бер ниндәй ҙә объект юҡ тиерлек. Был уңайҙан Каруанһарай тураһында айырым һүҙ. Ырымбур ҡалаһындағы Парк урамындағы 6-сы бина. Икенсе быуат инде (170 йыл) халҡыбыҙҙың теленән төшмәгән, ғорурланып та, хәсрәтләнеп тә һөйләгән Каруанһарай! Был комплексты төҙөүҙе ойошторған, эшкә башынан аҙағынаса етәкселек иткән Ырымбурҙың генерал-губернаторы Василий Алексеевич Перовскийға бурыслыбыҙ. Ул – заманының күренекле, уҡымышлы шәхесе, башҡорт халҡын ихтирам иткән, ҡайғыртҡан урыҫ хәрбиҙәренең береһе. Урынына икенсе етәксе килгәс, күп тә үтмәй, Каруанһарай тартып алына: унда губернатор үҙе йәшәй башлай һәм губерна хеҙмәткәрҙәре урынлаша.
Октябрь революцияһынан һуң, автономиялы Башҡортостан барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк, В.И. Лениндың күрһәтмәһе буйынса Каруанһарай халҡыбыҙға ҡайтарыла. Мәсьәләнең шулай тиҙ арала хәл ителеү нигеҙе, һис һүҙһеҙ, ул осорҙа башҡорт яугирҙәренең танылған хәрби көскә әйләнеүендә лә.
Тик аҙаҡтан, айырыуса СССР барлыҡҡа килгәс, йәнә ҡыҫырыҡлау башлана, территориаль-административ сикте яңынан раҫлауға һылтанып, башҡорт халҡының милке бөтөнләй ситтә ҡала. Каруанһарай мәсьәләһе “ябыҡ” темаға әйләнә. Әле йорт­та ошондай яҙыулы иҫтәлекле таҡ­таташ элеүле тора: “1917 йылдың 8 – 20 декабрендә Каруанһарай бинаһында бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы үткә­релгән. Унда Башҡорт өлкә шураһы тарафынан Башҡортостан автономияһы иғлан ителеүе раҫланған һәм республи­каның тәүге Хөкүмәте ойошторолған. 1917 – 1918 йылдарҙа Каруанһарай бинаһында Башҡортостан Хөкүмәтенең резиденцияһы һәм башҡорт ғәскәренең штабы урынлашҡан”.
Заман шарттарында ҡайһы бер ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнде. Мәҫәлән, Ка­р­уан­һарайҙың мәсете, үҙ тәғәйен­ләнешенә ярашлы, ике йылдан ашыу инде Ырым­бурҙа йәшәгән мосолмандарҙың дини мәнфәғәттәрен үтәй. Шул арала, мөмкин­лектән сығып, иман йортоноң эске яғында ремонт яһалған, манараһы төҙөклән­дерелгән һәм башҡа бәғзе эштәр башҡарылған.
Хәҙер, төп темаға күсеп, һорауҙы тағы ла ҡабатлайыҡ: Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы Рәсәй Президенты Указына ярашлы байрамға әҙерлек һәм үткәреү буйынса Ырымбур яғында ниндәй эштәр планлаштырылған һәм атҡарыла икән? Халҡыбыҙ яҙмышы менән быуаттар буйына бәйле, милли автономия төҙөү йәһәтенән мөһим тарихи ваҡиғалар шаһиты булған Ырымбур беҙҙең өсөн сит ҡала түгел. Шуға күрә бындағы юбилей сараларын республикабыҙ йәмәғәтселеге, етәксе органдар менән бергәләп әҙерләү һәм үткәреү кәрәк тип уйлайым, был – үҙенән-үҙе аңлашылып торған ысын­барлыҡ. Ошо уңайҙан иң беренсе Каруанһарай яҙмышын хәл итеү мөһим. Ни өсөн башҡорт халҡы үҙенең көсөн, аҡсаһын түгеп төҙөгән мөлкәтенә хужа булмаҫҡа, уны милләте мәнфәғәтендә файҙалана алмаҫҡа тейеш? Беҙ бит демократия урынлаштырылған федератив дәүләттә йәшәйбеҙ.
Һис һүҙһеҙ, юғарыла әйтелгәндәр хыялда ғына ҡалмаһын өсөн ныҡышмалы эш талап ителә. Республикабыҙ етәкселеге был мәсьәләне күтәреп сығып, хәл итеүгә өлгәшһен өсөн йәмәғәтселектең, зыялы­ларыбыҙҙың, халыҡтың ныҡлы таяныс булыуы мотлаҡ. Республикабыҙҙа күпме юғары ғилми дәрәжәле, яуаплы вазифалы кешеләр бар! Кәрәк булһа, урындарҙа, бигерәк тә төбәгебеҙҙең көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш райондарында халыҡтан ҡултамға ла йыя алабыҙ. Каруанһарайҙы ҡайтарыу Башҡортостандың 100 йыл­лығына иң ҡиммәтле, дәрәжәле, лайыҡлы бүләк булыр ине. Был осраҡта боронғо бинаға бәйле тарихи-мемориаль комплекс булдырыу башҡарып сыға алмаҫлыҡ сараға әйләнмәҫ. Унда башҡорт яугирҙәре, генерал-губернатор В.А. Перовский, милли автономияны төҙөүҙә ҡатнашҡан арҙаҡлы шәхестәребеҙ кәүҙәләнһә, ҡайһылай шәп булыр ине!
Данлы үткәнебеҙгә, халҡыбыҙҙың дәрәжәһенә вайымһыҙ булмайыҡ, республикабыҙҙың 100 йыллығын һүҙҙә генә түгел, киләсәк быуын хәтеренә уйылырлыҡ ғәмәлдәребеҙҙе тормошҡа ашырып ҡаршылайыҡ. Был – беҙҙең тарихи бурысыбыҙ!

Юнир АҘНАҒОЛОВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.


Вернуться назад