Ышанысты юғалтҡан06.04.2018
Архангел районы прокуратураһы, коррупцияға ҡаршы ҡануниәттең үтәлешен тикшереп, мәнфәғәттәр бәхәсен кисектереү талаптарын үтәү өлөшөндә тәртип боҙоуҙарҙы асыҡлаған.

Инйәр ауыл хакимиәте башлығы, урындағы депутат, 2016 – 2017 йылдарҙа туғандарының предприятиелары менән ҡар таҙартыу, сүп-сарҙы йыйыштырыу буйынса 600 мең һумдан ашыу хаҡҡа то­рош­ло килешеүҙәр төҙөгән. Шул уҡ ваҡытта ул был дәлилде ауыл Сове­тынан йәшергән, йәғни мәнфәғәттәр бәхәсен көйләү буйынса сара күрмәгән.
Бынан тыш, ауыл хакимиәте башлығы мәжбүри хеҙмәт язаһына тарттырылғандарҙы эшкә алған һәм, уларҙы тәғәйен урындарға йә­леп итеү урынына, туғандарының фермаһына бушлай эшләтергә ебәргән.
Прокурор тикшереүе мәлендә хакимиәт башлығы үҙ теләге менән эштән киткән, әммә ул депутат статусында ҡалған. Прокурор күрһәтмәһен тикшереү һөҙөмтәһендә, урындағы Совет уны, ышанысты юғалтыуға бәйле, депутатлыҡ вәкәләтенән дә мәхрүм иткән.


Вернуться назад