Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?06.04.2018
Коррупция үтеп инмәгән тармаҡ юҡтыр. Ул бигерәк тә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр араһында таралған. Берәй белешмә алам тиһәң дә, юҡ сәбәпте бар итеп, аҡса өмөт иткән чиновниктар ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, осрап тора.

Бындай мәлдә нимә эшләргә? Мәҫәлән, бинаны файҙаланыуға тапшырыр алдынан янғын күҙәтеүе инспекторынан рөхсәт алырға кәрәк. Әммә ул, бар талаптарҙы ла үтәүегеҙгә ҡарамаҫтан, рөхсәт бирмәһә, аҡса өмөт итһә – янғын күҙәтеүе эшмәкәр­леген тикшереүҙәрен һорап, урындағы прокура­тураға мөрәжәғәт итегеҙ.
Урындағы чиновниктарҙың коррупция йүнәле­шендәге эштәренә ғариза-ялыу яҙығыҙ. Бындай ға­ризаны “Рәсәй Федерацияһының тәртип һаҡлау порталы” махсус сығанағына (http://www.112.ru) инеп тултырырға мөмкин. Һеҙҙең ғаризаны Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһында ҡараясаҡтар.
Мәғариф өлкәһендә лә аҡса алырға яратҡандар бар. Бындай хәлдәр вуздарҙа осрай. Уҡытыусы аҡса талап итһә, махсус “ышаныс телефоны” аша Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығына (8 (495) 629-52-44) шылтыратырға мөмкин.
Табип аҡса алған осраҡта Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәткә http://www.roszdravnadzor.ru адресы буйынса йәки төбәктәге идаралыҡ хеҙмәтенә яҙырға була.
Полиция хеҙмәткәре үҙ вазифаһын шәхси мәнфәғәтендә файҙаланһа, ришүәт алһа, ве­домст­воның Хәүефһеҙлек хеҙмәте идаралығына хәбәр итергә мөмкин. Был осраҡ буйынса ла үрҙәге тәртип һаҡлау порталына хат яҙа алаһығыҙ. Ошо уҡ сайт аша Федераль именлек хеҙмәтенә, Генераль прокуратураға, Федераль һалым хеҙмәтенә, Юстиция министрлығына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бөтә мөрәжәғәттәр ҙә мотлаҡ рәүештә ҡарала.


Вернуться назад