Бөтмәҫ коррупция булды бит...06.04.2018
Бөтмәҫ коррупция булды бит...Нимә ул коррупция? “Коррупция – вазифалы кешеләрҙең һәм сәйәсмәндәрҙең законһыҙ байыуы, ришүәт алыуы, урлашыуы һәм мафия структуралары менән әшнәлек итеүендә сағылған әхлаҡи боҙолғанлығы ул”, – тигән аңлатма бирелә С.И. Ожегов һүҙлегендә. Был яуызлыҡ кешелеккә быуаттар төпкөлөнән тынғылыҡ бирмәй. Әле лә, ришүәт алыу, дәүләт аҡсаһын туҙҙырыу, мутлашыу, мәжбүр итеп алыу, вазифаны яуыз ниәттә файҙаланыу кеүек миҫалдарҙа сағыла. Ғөмүмән, йәмғиәтебеҙ именлегенә лә зыян килтергән енәйәт ул.

Әлеге мәлдә республикала ришүәтсе­леккә ҡаршы төрлө көрәш алымдары ҡулланыла. Былтыр Коррупцияға ҡаршы тороу милли планын, конфликт комис­сияларының, бүлексәләренең һәм коррупция йүнәлешендәге тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн яуаплы вазифалы кеше­ләрҙең эшмәкәрлеген бойомға ашырыуға ҙур көс йүнәлтелгән. Әлбиттә, илдә был енәйәтселеккә көрәш йылдар дауамында алып барыла. Һуңғы ваҡытта мәғлүмәт технологиялары коррупцияһына ҡаршы тороу буйынса мөһим аҙымдар яһала. Быйылдан дәүләт вазифаһын биләгәндәр килем тураһындағы электрон формалағы белешмәне махсус программа файҙала­нып тултыра. Ә инде 2019 йылдан иһә бөтә граждан хеҙмәтендә булғандар ошо форматҡа күсәсәк.
Бынан тыш, Рәсәйҙә дәүләт граждан хеҙмәте кадрҙар составы менән идара итеү берҙәм мәғлүмәт системаһы файҙа­ланыла башлаясаҡ. Ошо система килем һәм сығымдар, милек һәм мөлкәтселек ха­рактерындағы бурыстар тураһындағы белешмәне эшкәртәсәк, уларҙағы мәғлү­мәт­тәргә анализ яһаясаҡ. Был иһә кор­рупцияға ҡаршы тороу өлкәһендәге ведомство-ара эшмәкәрлектең һөҙөмтә­лелеген арттырасаҡ.
Һуңғы үткәрелгән социологик һорау алыу төбәк халҡының ете-һигеҙ процен­тының (300 мең самаһы кеше) республикала коррупция хәле киҫкен тора тип иҫәпләүен күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта күпсе­лек власть органдарында, тәртип һаҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау тармаҡта­рында, мәғариф учреждениеларында, торлаҡ-ком­муналь хужалыҡ өлкәһендә, хеҙмәт күр­һәтеүҙә ришүәтселек тулыһынса бөтөрөл­мәгән. Һорау алғандарҙың 60 проценты, был яуызлыҡҡа ҡаршы көрәш етерлек кимәлдә алып барылмай, тип иҫәпләй.
Ошо хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов: “Аңлайым, власть өсөн был ауыр баһа. Шул уҡ ваҡытта ошондай баһаны аңлап ҡабул итәбеҙ, сөнки коррупция күренештәре власть органдарында, башҡа дәүләт һәм тәртип һаҡлау структураларында тағы ла көслөрәк сағылыуын күрәбеҙ. Тармаҡ рейтингы тураһында һөй­лә­гәндә, һорау алыуҙа ришүәтселектә иң алда барғандар рәтендә ЮХХДИ тороуы күренә. Унан ҡала тәртип һаҡлау органдары, вузда белем алыу системаһы, власть органдары, муниципалитеттар. Ришүәтселек эшкә урын­лашыуҙа һәм хеҙмәт баҫҡысы буйынса үрләү мәсьәлә­һендә лә сағыла. Кешеләр юл хужалы­ғында ла коррупция күҙәтелә тип иҫәпләй. Бер нисә йыл элек кенә дәүләт был тема менән ныҡлап шөғөлләнә башланы. Бөгөн илдә 1990 – 2000 йылдарҙағы кеүек ҙур предприятиеларҙы бушлай тиерлек һатыуға ҡағылышлы тәртипһеҙлектәр юҡ. Беҙҙең республика тураһында әйткәндә, беҙ ул саҡтағы күп һанлы милек һатыуҙан аҡса килгәнен тойманыҡ. Бөтә табыш йә шәхси ҡулда, йә акционер йәмғиәттәрендә. Был йәһәттән республика бюджеты файҙа күрмәгән. Шулай булһа ла, аңлашылмаған һорауҙар ҡала. Уларҙы асыҡлаясаҡбыҙ әле, көс, һәләт, ойошҡанлыҡ еткәнсә көрәшәсәкбеҙ. Шунһыҙ иҡтисадта, бизнеста, йәмғиәттә үҫеш булмаясаҡ”, – тине.
Әлбиттә, был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар. Әммә ул ҙур юғалтыуҙарҙы тергеҙеү, ай-һай, еңел булырмы икән?!
Ришүәтселеккә ҡаршы көрәштә халыҡҡа аңлатыу эше алып барыу һөҙөмтәле тип иҫәпләнә. Әммә был йүнәлештә эш башланып ҡына тора. Шулай ҙа ыңғай һөҙөмтә­ләр бар. Мәҫәлән, коррупцияға бәйле булған етәкселәр тураһында киң мәғлүмәт сараларында йышыраҡ яҙа башланылар. Был үҙе үк ундай әҙәмдәргә ҡарата насар фекер тыуҙырыуға булышлыҡ итә.
Республика бюджет аҡсаһының бер тиненә лә тейергә ярамай, тип йыш әйтә киләбеҙ. Әммә әле төҙөлөш комплекстары, төҙөүселәр менән бәйле тармаҡта хәл итәһе мәсьәләләр бар. Хаҡтарҙы күпкә арттырып, “һоро схемалар” аша аҡса эшләп ҡалырға тырышыусылар ҙа бихисап. Ундай етешһеҙлектәргә юл ҡуймаҫ өсөн, быны контролдә тоторға бурыслы вазифалы кешеләргә ҡарата талаптар артырға тейеш.
Республиканың ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы секретары Алексей Касьянов белдереүенсә, былтыр корруп­цияға ҡаршы тороу сараларын тормошҡа ашырыу барышында 33 граждан һәм 133 муниципаль хеҙмәткәр юридик яуаплы­лыҡҡа тарттырылған. Шул иҫәптән муниципаль вазифа биләгән 30 кеше ышанысты юғалтыуға бәйле эшенән ҡыуылған. Республика дәүләт власы органдарының кадрҙар хеҙмәте граждандар мәнфәғә­тендә бәхәсте бөтөрөү йәки көйләү талаптарын үтәмәгән ун осраҡты асыҡлаған. Уларҙың туғыҙы буйынса дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыу сараһы күрелгән. Шул уҡ ваҡытта 156 граждан бәхәсле хәл килеп тыуыу ихтималлығы тураһында етәксеһенә белдерә һәм уларҙың 124-ен үҙ ваҡытында хәл итәләр.
Республикала коррупция кимәлен баһалау буйынса социологик тикшереү һөҙөмтәһе нигеҙендә респонденттарҙың 41,9 проценты – юғары, 35,3 проценты – уртаса, алты проценты түбән ришүәтселек күренеше тураһында белдергән. Ҡала округында йәшәгәндәр үҙҙәрендә коррупция кимәлен 39,7 процентҡа имен түгел тип баһалаған, ә ауыл халҡы – 29,7 процент. Халыҡты борсоған төрлө һорауҙар араһында ришүәтселек мәсьәләһе әһә­миәте буйынса етенсе урында тора. Шул уҡ ваҡытта һорау алыуҙа ҡатнаш­ҡандарҙың өстән ике өлөшө – 67 проценты – был кире күренеш менән туранан-тура осрашмаған, ә туғандары, күршеләре, таныштары, хеҙмәттәштәре аша белә. Әммә өстән бер өлөшөнөң ошондай осраҡтарҙың шаһиты йә ҡатнашыусыһы булыуы ла был йүнәлештә әле эшләргә лә эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләй.
Бөтмәҫ коррупция булды бит... Беҙ уға ҡаршы көрәшмәһәк, кем ул енәйәткә ҡаршы торор һуң?


Вернуться назад