Ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?06.04.2018
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, изге күңелле замандаштарым! Һеҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итәм.
Ауылыбыҙҙа иман йорто төҙөкләндерелә. Эштең сифатына ҙур иғтибар бирәбеҙ, барыһын да еренә еткереп башҡарырға тырышабыҙ. Ә был, әлбиттә, тейешле сығым да талап итә. Ошо эштә, мөмкинлегегеҙ булһа, ярҙам күрһәтә алмаҫһығыҙмы икән? Мәрхәмәтле, йомарт, динебеҙ юлында бергә булыуҙың, мәғлүм ки, сауабы ҙур, бәрәкәте сикһеҙ. Мәсетебеҙ тиҙерәк төҙөкләндерелеп, изге төйәгебеҙгә иман нуры өҫтәлһен, ауылдаштарыбыҙҙың күңеле яҡтырһын, ырыҫ-бәхете артһын ине, иншаллаһ.
Телефоным – 8 34754 38204.

Клара ТУҠАЕВА.
Әлшәй районы,
Ураҙмәт ауылы.


Утыҙ йыл үткәс...

Ир менән ҡатындың бергә йәшәгәненә утыҙ йыл тулған, ти. Был иҫтәлекле көн иртәһендә хужабикә, һәр ваҡыттағыса, бәләкәй икмәк бешергән. Уны уртаға бүлгән дә уйға ҡалған.
“Утыҙ йыл буйы ҡыйырсыҡты, үҙемдең ашағым килһә лә, иремә биреп килдем. Тыңлаусан ҡатын булдым, өйҙө тәртиптә тоттом, балаларыма яҡшы тәрбиә бирҙем. Бөгөн, моғайын, ҡыйырсыҡты үҙемә алырға хаҡым барҙыр”.
Ҡатын иренең алдына икмәктең йомшағын һалған да, ни әйтер тип, уға һаҡ ҡына ҡараш ташлаған. Ә йәмәғәте, һис көтмәгәндә, шатлығынан хатта ки көлөп ебәргән:
– Ҡайһылай ҙур бүләк эшләнең бөгөн, һөйөклөм! Мин бит бәләкәй саҡтан уҡ икмәктең йомшағын яраттым...

Хаҡлы ялға бүләк

Ғүмер баҡый алдынғылыҡты бирмәгән, башҡаларға оло үрнәк булған прораб хаҡлы ялға сығырға ҡарар иткән.
– Хәлемдән килгәндең барыһын да эшләнем, – тигән ул хужаһына. – Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты – пенсияға сығам. Ҡалған ғүмеремде тик ғаиләмә, ейәндәремә бағышларға, шәхси йорт һалырға теләйем.
Хужа уйға ҡалған һәм шундай тәҡдим яһаған: “Әйҙә, ошолай эшләйбеҙ: тағы бер өй төҙөйһөң дә хаҡлы ялға сығаһың. Һәйбәт премия менән!”
Прораб ризалашҡан. Шулай ҙа, бығаса холҡона хас булмағанса, эшкә ныҡ ҡабаланып тотонған: тиҙерәк килтерәсәктәрен күҙ уңында тотоп, арзан материалдарға заказ биргән, күп нәмәне еренә еткермәгән, ябайлаштырған, алдаштырған... Алда бит – пенсия!
Йорт төҙөлөп бөткәс, хужа килеп, ихлас күңелдән прорабтың ҡулын ҡыҫҡан һәм көтмәгәндә уға асҡыс тотторған:
– Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтең өсөн фирманан бүләк рәүешендә ошо йортто ҡабул итеп ал, оҫта! Документтар әҙер, бөгөн үк күсенеп сыға алаһың...


Вернуться назад