Балаларға бүләктәр06.04.2018
Балаларға бүләктәр“Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проекты әҙерләнә.

– Документ күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән I класс уҡыусыларына мәктәп кәрәк-ярағы йыйылмаһын биреүҙе ҡануни рәүештә нығытыу маҡсатында әҙерләнгән. Элек бының өсөн Хөкүмәткә мотлаҡ йыллыҡ норматив акттар ҡабул итеү талап ителһә, хәҙер был ташлама аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән I класс уҡыусыларына даими биреләсәк, – тип асыҡлыҡ индерҙе республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Әлмирә Ғәниева.
Закон проекты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарауына тәҡдим ителәсәк.
Былтыр Башҡортостанда күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән I класс уҡыусыларына мәктәп кәрәк-ярағы һатып алыуға дәүләт ярҙамы 19,098 миллион һум тәшкил иткән. Өс йылда республикала был ярҙамды бөтәһе 24 мең самаһы бала алған.



Вернуться назад