Ҡурай байрамына ғариза ебәр06.04.2018
Ҡурай байрамына ғариза ебәрБашҡортостанда Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сара 18-19 майҙа Октябрьский ҡалаһында үтә.

Конкурста ҡатнашыуға яңғыҙ башҡарыусылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре саҡырыла. Бәйге ике турҙа, 12 йәшкәсә, 12-16 йәштәрҙәге балалар, 16 йәштән өлкәндәр араһында уҙа. Уларҙың баш­ҡарыуында ике музыкаль әҫәр – оҙон һәм ҡыҫҡа көй яңғыраясаҡ. Ә бына 16 йәштән өлкән ҡурай класы буйынса урта һәм юғары һөнәри белеме булған яңғыҙ башҡарыусылар билет буйынса оҙон көй уйнаясаҡ.
Ҡурайсылар ансамблдәре бәйгеһе бер турҙа, ике йәш категорияһында була. Башҡорт халыҡ ҡо­ралында уйнаусылар жюриҙы конкурс репертуа­ры ғына түгел, ә уйналған көйҙөң тарихын, леген­да­һын белеүе менән дә хайран ҡалдырырға тейеш.
Бәйгеселәрҙе күренекле ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, ғалим-фольклорсылар, халыҡ сәнғәтен белеүселәр, уҙған йылдарҙағы еңеүселәр баһалаясаҡ. Байрамды ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы.
Республика байрамы һәләтле ҡурайсыларҙы – башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт халыҡ ҡоралында уйнауға йәлеп итеү, халыҡ йолаларын пропагандалау, профессиональ башҡарыусылар һәм коллективтар, ҡатнаш башҡарыусылар составы өсөн яңы ҡурайҙа уйнау мөмкинлектәрен асыу маҡсатында үткәрелә.
Ғаризалар Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2 адресы буйынса йәки [email protected] электрон адресына ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50.



Вернуться назад